Беҙҙең Башҡортостан тәбиғәт мөғжизәләренә бай. Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Салауат райондарында мамонттың һуғар теше һәм башҡа һөйәктәре табылыуы тураһында гәзит биттәрендә мәғлүмәт донъя күргәйне. Күптән түгел Ҡыйғы районы Сирбай ауылында ла мамонт һөйәктәре табылған.
Отар Ситдиков (һүрәттә) туғаны Динар Мөхәмәтйәров менән ауылды уртаға бүлеп аҡҡан Ала йылғаһында балыҡ ҡармаҡлағанда Ҡыҙыл яр тип йөрөтөлгән урында балсыҡ араһында ниндәйҙер торба ятҡанын күрә. Торба бында ҡайҙан килеп эләккән, тигән уй йүгерә башынан. Ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, өйөнән көрәк алып килеп ошо ерҙе ҡаҙа башлай. Бер аҙҙан “торба” урынына мамонттың һуғар тешен ҡаҙып сығара. Тештең оҙонлоғо 1 метр 90 сантиметр, диаметры иң йыуан урынында 42 сантиметр, ауырлығы 20 килограмдан ашыу. Отар ошо уҡ ерҙә малдың ҡабырға һөйәктәренә оҡшаған һөйәктәр ҡаҙып ала. Мамонттыҡы булырға тейеш, ти ул. Ҡыҙыл ярҙа ер балсыҡлы, ер аҫтынан һалҡын шишмәләр ағып сыға, бәлки, шуға ла һөйәктәр һәйбәт һаҡланғандыр.
Ғалимдар фараз итеүенсә, мамонтар Европала, Азияла, Африкала йәшәгәндәр. Уларҙың бейеклеге 5,5 метрға еткән, ә ауырлығы 12 тоннанан ашып киткән. Башҡортостан территорияһында ла киң таралған булғандар. Уларҙың һүрәттәрен Шүлгәнташ мәмерйәһендә лә күрергә була. Мамонттар 10-15 мең йыл элек үлеп бөткәндәр.
Үткән йылда ла Сирбай ауылында ошо йылға ярында күпер аша сыҡҡанда Раил Кафеев мамонт тештәренең бер өлөшөн таба. Сирбайҙар һөйәктәрҙе музейға тапшырырға ниәтләйҙәр.