Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Октябрь 2017, 17:19

Төбәктә кем иң шаяны?

22 октябрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Башҡорт Юниор КВН Лигаһы 2017-2018 миҙгеленең төньяҡ-көнсығыш төбәк фестивале үтте. Бәйгегә һигеҙ шаян команда йыйылды. Уйын һөҙәмтәләре буйынса Дыуан районы Арый ауылы мәктәбенең “Арый туҡталышы” командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды Дыуан районы Республика лицей-интернатының “Төньяҡ амурҙары ” һәм Өфө ҡунаҡтары Республика инженер лицей-интернатының “Башҡорттар.ru” командаһы яуланы. Өсөнсө урында - Салауат районы Арҡауыл ауылы мәктәбенең “Йорүҙән” һәм Лағыр ауылы мәктәбенең “Бер юл” командалары.“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһына Мәсәғүт педагогия колледжының “Кесәрткән” командаһынан Гөлсөм Нуриева, “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһына Дыуан районынан “Арый туҡталышы” командаһынан Блдаш Йомағужин, “Иң яҡшы шаяртыу” номинацияһына “Йорүҙән” командаһы лайыҡ булды.

22 октябрҙә Мәсәғүт район мәҙәниәт йортонда Башҡорт Юниор КВН Лигаһы 2017-2018 миҙгеленең төньяҡ-көнсығыш төбәк фестивале үтте. Бәйгегә һигеҙ шаян команда йыйылды.
Уйын һөҙәмтәләре буйынса Дыуан районы Арый ауылы мәктәбенең “Арый туҡталышы” командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды Дыуан районы Республика лицей-интернатының “Төньяҡ амурҙары ” һәм Өфө ҡунаҡтары Республика инженер лицей-интернатының “Башҡорттар.ru” командаһы яуланы. Өсөнсө урында - Салауат районы Арҡауыл ауылы мәктәбенең “Йорүҙән” һәм Лағыр ауылы мәктәбенең “Бер юл” командалары.
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһына Мәсәғүт педагогия колледжының “Кесәрткән” командаһынан Гөлсөм Нуриева, “Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһына Дыуан районынан “Арый туҡталышы” командаһынан Блдаш Йомағужин, “Иң яҡшы шаяртыу” номинацияһына “Йорүҙән” командаһы лайыҡ булды.
Читайте нас: