Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан үткән тантанала муниципаль райондар, ойошмалар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге ярышҡа йомғаҡ яһалды. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов 2017 йылда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә ҙур уңышҡа өлгәшкән район хакимиәте башлыҡтарын республика Хөкүмәтенең дипломдары менән бүләкләне. Төньяҡ-көнсығыш төбәгенән Мәсетле районы ошондай наградаға лайыҡ булды.
Уңыш йыйыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән механизаторҙар “Шевроле Нива” автомобилдәре менән бүләкләнде. “Иң яҡшы комбайнсы” номинацияһында еңеүселәр араһында Дыуан күп профилле колледжы студенты Илнар Ниғәмәтйәнов та (икенсе һүрәттә) бар. Илнар Мәсетле районы Абдулла ауылынан. Әлеге ваҡытта колледждың ауыл хужалығын механизациялау бүлегендә 4-се курста белем ала. Йәйге практикаһын Мәсетле районының “Аҡтау” АХП ЯСЙ-һында үткән. Алты айлыҡ практикаһы тамаланыуға ҡарамаҫтан, уңыш йыйыу кампанияһы тамамланғансы тырышып эшләй һәм КЗС- 812 “Полесье” комбайнында 2600 тонна иген урыуға ирешә.
– Водитель таныҡлығым бар, машинала үҙем йөрөйәсәкмен. Тырышлығым бушҡа китмәгәнгә бик шатмын. Киләсәктә һайлаған һөнәрем буйынса эшләп, республикама файҙалы кеше булғым килә, – ти Илнар.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ тырышлығы менән республикабыҙҙың иң яҡшы аграрийҙары, тәжрибәле комбайнерҙары менән бер рәттән автомобиль асҡысын алыуға ирешкән яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм яңы уңыштар теләйбеҙ.