Ауылдарҙа кескәйҙәрҙең буш ваҡытын мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәреү, уларҙы төрлө яҡтан үҫештереү өсөн мөмкинлектәр аҙ. Ҡала балалары иһә ата-әсәләре менән күңел асыу учреждениеларына, аттракциондарға йөрөй, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеп һәләттәрен үҫтерә. Шуға күрә улар йәмғиәттә лә ауыл балаларына ҡарағанда үҙҙәрен иркенерәк тота. Ә ниңә ауылдарҙа ла балаларҙы төрлө яҡтан үҫештереү маҡсатында үҙәктәр, ял итеү бүлмәләре булдыр маҫҡа? Малаяҙ ауылында утыҙ йылға яҡын балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Марина Хайрованы күптән ошондай һорау борсой.
2016 йылда Марина Петровна “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсының район этабында еңеү яулай. Өфөлә район намыҫын яҡлағанда ҡала балаларының дәрестәрҙә үҙен иркен тотоуына, әрһеҙлегенә хушы китеп ҡайта. Шул саҡта ауылда кескәйҙәр өсөн үҙәк асыу идеяһы уяна. 2017 йылдың апрель айында ул Малаяҙҙа “Развивайка” мәктәпкәсә балаларға тәрбиә биреү үҙәген аса.
Күптән түгел асылған Бизнес-үҙәктә урынлашҡан заманса бүлмәлә балалар үҫешһен, ижад менән шөғөлләнһен, уйнап та алһын өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған. Балалар тере ҡом, пластилин, тоҙло ҡамыр менән ҡул маторикаһын үҫтерә, араларында һүрәт төшөрөргә яратыусылар ҙа бар. Көндә эшләп килгән түңәрәктә кескәйҙәр эш көндәрендә киске алтынан етегәсә шөғөлләнһә, ял көндәрендә күнекмәләр төшкәсә үтә.
– Бында йөрөгән балалар сит мөхиткә, үҙ сиратында коллективҡа өйрәнә, аралашыу серҙәренә төшөнә. Балалар менән уйын формаһында эш итәм, сөнки дәрес һымаҡ ҡәтғи рәүештә булһа, уларҙың ҡыҙыҡһыныуы кәмей. Тәүләп килгәндә ҡайһы берҙәренең әсәләренең итәгенән төшкөһө килмәһә, хәҙер кескәйҙәрҙе алып ҡайта алмай йонсойҙар, – тип йылмая Марина Петровна. – Төркөмдәргә ете баланан артыҡ алмайым. Һәр береһенә индивидуаль үҫешергә мөмкинлек бирәм. Ата-әсәләрҙең теләге буйынса ҡайһы бер өндәрҙе әйтә алмағандар менән логопедик күнекмәләр үткәрәм. Бер бала нимәгәлер өйрәнһә, башҡалар ҙа уға ҡарап тырыша башлай.
Шул уҡ бинала Марина Петровнаның балалар өсөн “Утрау” күңел асыу бүлмәһе лә эшләп килә. Унда ҡыҙы Кристина тормош иптәше Алексей менән балаларҙың тыуған көндәрен ойоштора. Үҙҙәре йәнһүрәт геройҙары булып кейенеп кисәләрҙе күңелле, ҡыҙыҡ итеп үткәрәләр. Бүлмәлә балалар батутта һикереп, шарҙар бассейнында уйнап күңелен аса. Тыуған көнгә килгән һәр ҡунаҡ битенә аквагрим яһата ала, аниматорҙар күңелле уйындар уйната.
Балаларыбыҙ үҫешһен, уңыштарға ирешһен өсөн шарттар булдырырға кәрәк. Бәлки, Малаяҙҙарҙың идеяһын күтәреп, башҡа райондарҙа ла ошондай бүл- мәләр барлыҡҡа килер.