Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
1 Декабрь 2017, 13:09

Педагогтар тәжрибә уртаҡлашты

24 ноябрҙә Дыуан районы республика лицей-интернатында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә ойошторолған инновацион майҙансыҡ буйынса практик семинар уҙҙы. Сарала Дыуан, Салауат, Мәсетле райондарынан, Мәсәғүт педагогия колледжынан башҡорт, рус һәм инглиз теле уҡытыусылары, тәрбиәселәр ҡатнашты.

Семинарҙа ҡатнашыусылар лицей-интернаттың башҡорт теле уҡытыусылары Гүзәлиә Баева, Әлфирә Нуриева, рус теле уҡытыусыһы Рида Ғибәҙуллина һәм тәрбиәсе Зифа Миһырбановаларҙың дәрестәрен ҡараны. Артабан филология фәндәре кандидаты, доцент Мәрхәбә Дәүләтшина 7-се класта, ә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаев ун беренселәрҙә дәрес күрһәтте.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә мәктәп психологы Альбина Ибраһимова һәм инглиз теле уҡытыусыһы Минзәлә Хәмитова оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Филология фәндәре кандидаты, доцент Вадим Толомбаев (һүрәттә) башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә Plickers системаһын ҡулланыу тураһында һөйләне. Сараны ойоштороусы филология фәндәре кандидаты, доцент Ғәлимә Ғәлина инновацион майҙансыҡтың эше менән таныштырҙы, дәрес күрһәткән һәм тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан уҡытыусылар, тәрбиәселәрҙең эшен юғары баһаланы, сертификаттар тапшырҙы. Башҡа мәктәптәрҙән, райондарҙан килгән педагогтар семинарҙан үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алыуҙарын, заманса технологиялар менән танышы- уҙарын һәм киләсәктә лә ошондай тәжрибә майҙансыҡтарында ҡатнашыу теләген белдерҙе.
Ә. Нуриева,
Дыуан районы республика лицей-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: