Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
1 Декабрь 2017, 13:03

Ҡыйғы шәле – Өфөлә!

Ошо көндәрҙә Өфө ҡала мәҙәниәт йортонда “Башҡорт шәле – 2017 ” юбилейлы X республика фестиваль-конкурсы уҙҙы. Унда бөтә республиканан башҡорт дебет шәле оҫталары йыйылды. Сараны ойоштороусылар – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Өфө ҡалаһы округы хакимиәте, БР-ҙың ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәре фестиваль-конкурсты нигеҙҙә Әсәләр көнөнә бәйләп ойошторҙо. Йәмғиәттә милли художество һөнәренә – башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, “башҡорт мамыҡ шәле” брендын булдырыу, халыҡ оҫталарының һөнәри кимәлен күтәреү, тәжрибә алмашыуҙы төп маҡсат итеп ҡуйған был уҙенсәлекле байрам республикабыҙҙың 150- нән ашыу иң оҫта шәл бәйләүселәрен йәнә үҙенең майҙанында йыйҙы.

Быйылғы саранан Ҡыйғы районы оҫталары ла ситтә ҡалманы. Составында район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Рәфилә Хәсәнова, йырсы, бейеүсе, нәфис һүҙ оҫталары Венера Минһажева (Үрге Ҡыйғы) менән Гөлнур Ғарипова (Ибрай), йырсы-бейеүсе Айгөл Айҙарова (Үрге Ҡыйғы), коллективтың иң йәш ҡатнашыусыһы Элина Айҙарова (Үрге Ҡыйғы), баянсы Вәлиулла Ниғмәтуллин (Сағыр), Лида Зариповалар (Иҫке Мөхәммәт) булған “Дуҫлыҡ” коллективы “Реклама ролигы” ижади конкурсы сиктәрендә сығыш яһап бары тик ыңғай баһаға ғына лайыҡ булды. Коллектив район данын, үҙ эштәрен яҡлап сәхнәлә матур итеп сығыш яһаны. Алмаз Ғарипов башҡарыуындағы ҡурай моңона баян, ҡумыҙ, батмус тауыштары ҡушыла. Әсәле-ҡыҙлы Айҙароваларҙың дәртле йыр-бейеүҙәре, Гөлнур Ғарипова ижад иткән шиғырҙар менән бәйләнеп барған матур сығыштары ыңғай хис-тойғолар ғына ҡалдырҙы.
Фестиваль һөҙөмтәһендә ҡыйғылар “Реклама ролигында” ижади сығыш өсөн дипломы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ кәсептәре Ассоциацияһының “Башҡортостан Республикаһында халыҡ кәсептәрен тергеҙеү һәм үҫтереүҙә күрһәткән эше өсөн” Почет Грамотаһы менән бүләкләнде. Ә коллектив етәксеһе Рәфилә Фәрит ҡыҙы Хәсәноваға “Ағиҙел” художество кәсептәре берекмәһенең махсус бүләге тапшырылды.
Л. Ғабдуллина
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: