Йыл һайын ноябрь һуңында уҙғарылған “Йомарт шишәмбе” халыҡ-ара мәрхәмәтлек акцияһы донъяның 100-ҙән ашыу дәүләтендә билдәләнә. 2012 йылдан билдәләнгән сараға Рәсәй былтыр ҡушылды. Акцияның маҡсаты - мәрхәмәтлек эшләү генә түгел, башҡаларға ла ошо турала белдереү, йәғни үҙ миҫалың менән күберәк кешеләрҙе мәрхәмәтлеккә йәлеп итеү. Быйыл изге сарала Балаҡатай районы ҡатын-ҡыҙҙары ла әүҙем ҡатнашты
Яңы Балаҡатай ауылының ҡатынҡыҙҙар советы ағзалары Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү район-ара үҙәге үткәргән ”Йылы тәпәйҙәр” акцияһына ҡушылды. Улар ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар өсөн йылы ойоҡбаштар, шарф, бирсәткәләр йыйып тапшырҙы.
Тарҙау ауыл биләмәһе ҡатынҡыҙҙар советы күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн йылы әйберҙәр йыйыуҙы ойошторҙо. Совет активистары Ф. Ҡараматова, Т. Черепанова, С. Сахарова, Г. Артемова өс ғаиләгә өҫ кейемдәре, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып барып бирҙе.
Ҡарлыхан ауыл биләмәһе ҡатынҡыҙҙар советы ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Һәр кемгә – яҡшы кәйеф” акцияһын уҙғарҙы. Улар урамда үтеүселәргә төҫлө ҡағыҙҙан яһалған сәскәләр бүләк итте, һәр сәскәнең эсенә татлы бүләк – кәнфит һалынғайны. Ысын күңелдән тапшырылған бүләктәр, әйтелгән йылы һүҙҙәр, ихлас йылмайыуҙар һәр кемгә яҡшы кәйеф бүләк итте.
Майғаҙы ауыл биләмәһе ҡатынҡыҙҙар советы ағзалары акция сиктәрендә мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙә булды. Кескәйҙәргә уйынсыҡтар, татлы бүләктәр һәм балалар әйберҙәре тапшырылды.