Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
8 Декабрь 2017, 11:00

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡор йыйҙы

1 декабрҙә Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнсығыш төбәге ҡатын-ҡыҙҙарының форумы үтте. Сараға Өфөнән “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева, танылған фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ- мәткәре Сәрүәр Сурина, БР ҡул эштәре союзы етәксеһе Илдус Ҡолһарин, Этно-MARKET интернет-магазины хужаһы Фидан Сәғитов килгәйне. Рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева милли биҙәүестәр, түшелдеректәр күргәҙмә-йәрминкәһен ойошторҙо.

1 декабрҙә Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнсығыш төбәге ҡатын-ҡыҙҙарының форумы үтте. Сараға Өфөнән “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева, танылған фольклорсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ- мәткәре Сәрүәр Сурина, БР ҡул эштәре союзы етәксеһе Илдус Ҡолһарин, Этно-MARKET интернет-магазины хужаһы Фидан Сәғитов килгәйне. Рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева милли биҙәүестәр, түшелдеректәр күргәҙмә-йәрминкәһен ойошторҙо.
Форум сиктәрендә ҡалпаҡтар тегеү, түшелдеректәр эшләү, тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, милли костюмдар дефилеһы һәм “Төньяҡ-көнсығыш төбәге милли костюмдары” темаһына фәнни-практик конференция уҙғарылды. Фоела ойошторолған күргәҙмәлә Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы ағинәйҙәре алып килгән тамбурлап сигелгән алъяпҡыстар, тәңкәле камзулдар, балитәкле күлдәктәр, түшелдеректәр урын алғайны. Һәр райондың кейеме, биҙәктәре айырылып торҙо. Шунда уҡ алтын ҡуллы апайҙар төрлө оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Ағинәйҙәрҙең милли кейемдә килеүе сараға айырыуса йәм өҫтәне.
Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында ағинәйҙәр алдан әҙерләгән милли костюмдар дефилеһы күрһәтелде. Сағыу кейемдәрҙе сәхнәлә күрһәтеү барышында алып барыусылар һәр районға хас биҙәктәр, костюм элементтары тураһында һөйләне. Оҫта ҡуллы апайҙар теккән милли кейемдәрҙе кейеп ғорур атлаусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күҙәтеү үҙе бер тамашаға әүерелде. Дефилела ауылда- рҙа милли элементтар ҡулланып заманса кейем тегеүселәрҙең дә эштәре күрһәтелде.
Артабан форумдың икенсе өлөшө – конференция башланды. Мәсетле район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова үҙ сығышында сараның мөһимлеген билдәләп үтте. “Бындай саралар халыҡта Тыуған иленә һөйөү тәрбиәләй һәм милли мәҙәниәткә ылыҡтыра. Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы. Ошо байлыҡты һаҡлап киләсәк быуынға тапшырырға кәрәк. Беҙ мәҙәниәтебеҙ, милләтебеҙ менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ, – тине үҙ сығышында Гөлназ Халиҡ ҡыҙы.
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Закирйән Ғатауллин инәйҙәребеҙ электән шиғриәттә, сәнғәттә, тарихта сағылған ҡатын-ҡыҙ образына тап килергә тырышыуын билдәләне. Мәҙәниәтте үҫтереүгә, йолаларҙы тергеҙеүгә күп көс һалған апа- йҙарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхҡәмова милли кейем үрнәктәре тураһында презентация күрһәтте. Ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәре сығыш яһап йыл дауамында башҡарылған һәм киләсәккә планлаштырған эштәре тураһында һөйләне.
Форум ағинәйҙәр өсөн файҙалы кәңәштәр, урынлы тәнҡит, үҫешергә йүнәлеш алыу майҙансығы булды.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: