Эйлестан
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2017, 11:14

Америка кинолары ары торһон

3 декабрҙә республика хоҡуҡ һаҡлау органдарына Малаяҙ район үҙәк дауаханаһына күп һанлы йәрәхәттәр менән алкоголь тәьҫирендә булған ир-атты килтереүҙәре хаҡында хәбәр килә. Тикшереү эштәре һәм полиция органдарынан ебәрелгән материалдар һөҙөмтәһендә урындағы өс кешегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 2-се статьяһы “в” пункты буйынса (ғүмергә һәм сәләмәтлеккә зыян килерҙәй физик көс ҡулланып кешене урлау) енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Бер тәүлектә енәйәт ҡылыусыларың шәхестәре асыҡлана. Тикшереү версияһы буйынса, 3 декабрҙә кискеһен 34 йәшлек Малаяҙ ауылы кешеһе иҫерек килеш район мәҙәниәт йорто янында йөрөгәндә танышын осрата. Ҡасандыр был ике ир араһында булған конфликт йәнә күтәрелә һәм 34 йәшлек ир 28 йәшлек танышын туҡмай башлай. Тегеһенең ҡасырға маташыуы уңышһыҙ тамамлана. Ғауға инициаторы уны үҙенең өс танышы ултырған машинаға һөйрәп алып бара. Бәләгә тарыусыны автомобиль багажнигына һалып, ваҡыты-ваҡыты менән сығарып туҡмап, ауыл буйлап сәғәткә яҡын йөрөтәләр. Киләһе “туҡталыштарҙың” береһендә бәләгә ҡалыусы ҡаса һәм көс-хәл менән өйөнә ҡайтып инә. Бында уға тиҙ ярҙам хеҙмәте саҡыртып дауаханаға оҙаталар.
Ваҡиға фигуранттарының барыһы ла алкоголь тәьҫире аҫтында була. “Һуғыш суҡмарҙары“ мотлаҡ үҙ язаһын аласаҡ. Әлеге ваҡытта был енәйәт эше буйынса тикшереү алып барыла.
Л. Ханова әҙерләне.
Салауат районы
Читайте нас: