Эйлестан
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
12 Декабрь 2017, 10:52

Эшлекле осрашыу

7 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың эшлекле осрашыуы булды. Унда республиканың социальиҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, осрашыуҙа транспорт инфраструктураһын үҫтереү, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проекты тураһында һүҙ барҙы.

– Банктар, федераль Хөкүмәт менән берлектәге ғәмәлдәрҙе һөйләнем. Дмитрий Анатольевич, дөйөм алғанда, идеяны хупланы, – тине Рөстәм Хәмитов осрашыу йомғаҡтары буйынса. – Хәҙер беҙ был мәсьәләләрҙе банкирҙар, иҡтисадсылар менән тикшерәсәкбеҙ. Ҡиммәтле объектты (уның хаҡы 30 миллиард һумдан ашыу) финанслау алымы табылыр, һәм проектты 2018 йылда тормошҡа ашыра башларбыҙ, тип ышанам.
Әңгәмәлә шулай уҡ республикалағы ҙур предприятиеларҙың инвестиция проекттары, 2021 йылда “Апимондия” халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын үткәреү мәсьәләләре тикшерелде.
— Дмитрий Анатольевич был теманы ихлас хупланы, форумды уҙғарыу менән бәйле Ауыл хужалығы министрлығына йөкләмәләр бирҙе. Әйтеп үткәндә, сараны уҙғарыу буйынса федераль ойоштороу комитеты булдырыла. Был беҙҙең өсөн һәйбәт яңылыҡ, сөнки федераль көстәр ҡушылыу менән финанслау ҙа буласаҡ, тейешле ойоштороу саралары ҡабул ителәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һәр ваҡыттағыса хәл тураһында оҙаҡҡа һуҙылған йөкмәткеле әңгәмә килеп сыҡты. Дөйөм алғанда, бөтә һорауҙар буйынса ла ыңғай ҡарарға килдек тип иҫәпләйем. “Башинформ”.
Читайте нас: