Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
19 Декабрь 2017, 13:19

Гран-при мәсетлеләрҙә!

13 декабрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте. Сарала республиканың ҡала райондарынан, Рәсәй төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу һәләтле бейеүсе ҡатнашты. Байрамға Ҡаҙағстандан, Төньяҡ Осетия-Аланиянан, Татарстандан, Мәскәү ҡалаһынан ҡунаҡтар килгәйне.

Гала-концертта Мәсетле район хакимиәтенең “Аҡ тирәк” бейеү ансамбле (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова) һәм Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Зарифйән Ғарипов) уңышлы сығыш яһаны. Ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамблдәре араһында “Аҡ тирәк” коллективы Гран-при яуланы, ә “Өлгөр”ҙәр йәштәр ансамблдәре араһында III дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Халыҡ бейеүен иң яҡшы башҡарыусыларҙы традиция буйынса милли бейеүсе ситеге статуэткаһы һәм диплом менән бүләкләнеләр.
Ансамбль ағзаларын, уларҙың етәкселәрен һәм барлыҡ Мәсетле районы халҡын ошо еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләй- беҙ.
Ә. Иҙелбаев.
Мәсетле районы.
Фото район хакимиәте архивынан.
Читайте нас: