Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
22 Декабрь 2017, 13:14

Ижады онотолмаҫ шәхес

Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Роберт Заһретдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе ойошторолдо. Сара таланты яҡташыбыҙҙың туғандарын, дуҫтарын, уҡыусыларын, коллегаларын һәм ауылдаштарын йыйҙы.

Кисә барышында билдәле музыкант тураһында яҡты иҫтәлектәр, йылы һүҙҙәр яңғыраны. Ҡумыҙсы менән ижади дуҫлығы, хеҙмәттәшлеге тураһында I Республика ҡумыҙсылар конкурсында Гранпри яулаусы Энгельс Ғәлиәкбәров (һүрәттә), Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаров, райондың тарихитыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Нәзирә Әхкәмова һөйләп үтте.
Кисә барышында шулай уҡ Роберт Заһретдиновҡа үҙе үлгәндән һуң Рәшит Әхтәри исемендәге премия тапшырылды. Әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге награда район Советы тарафынан 2002 йылда булдырылған. Ул яҙыусы, шағир, журналист, композитор, фольклорсы, тарихсы, рәссамдарҙың йәмәғәтселектә танылыу алған әҫәрҙәре өсөн бирелә. Муниципаль район Советы ҡарары менән Роберт Заһретдинов премияның унынсы эйәсеһе булды. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин тантаналы рәүештә ҡумыҙсының ҡыҙы Айһылыу Заһретдиноваға премияны тапшырҙы.
Айһылыу Роберт ҡыҙы яҡташтарына атаһын иҫләгәндәре, хөрмәтләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, режис- сер Радик Килмәмәтов төшөргән “Виртуоз” документаль фильмын ҡарарға тәҡдим итте.
Роберт Абдрахман улы үҙенең ижадында, уҡыусыларында, балаларында, уны яратыусыларҙың хәтерендә әле лә йәшәй һәм башҡорт ерҙәрендә ҡумыҙ сыңлаған саҡта мәңгелек йәшәйәсәк.
Р. Иштуғанова. Мәсетле районы.
Читайте нас: