Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
26 Декабрь 2017, 13:05

Асыҡ ишектәр көнө

Балаҡатай районы уҡыусыларының юғары һәм урта махсус белем биреү учреждениелары вәкилдәре менән осрашыуы һәйбәт традицияға әүерелде. Күптән түгел Яңы Балаҡатай 2-се һанлы мәктәбендә Силәбе ҡалаһының Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты уҡытыусылары һәм студенттары булып китте. 1934 йылда нигеҙ һалынған ҙур булмаған Силәбе педагогия институты бөгөн Рәсәй педагогия университеттары араһында иң алдынғы уҡыу йорттарының береһе.

Осрашыуға уҡыу йорто вәкилдәре ныҡлап әҙерләнгәйне. Тәбиғи-технологик һәм физика-математика факультеттары студенттары мәктәп холлында ойошторған күргәҙмәне уҡыусылар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Педагогтар ҙур экранда слайдтар күрһәтеп уҡыусыларҙы уҡыу йорто менән таныштырҙы, унда уҡырға инеү шарттары тураһында һөйләне. Артабан химия, биология, география һәм йәмғиәт тураһында фән буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Өлкән класс уҡыусылары был көндө үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алды.
Юғары уҡыу йорто вәкилдәренең районға килеп уҡыусылар өсөн ошондай саралар үткәреүе ыңғай күренеш, сөнки барыһының да ҡалаға барып уҡыу йорттары менән танышыу мөмкинлеге юҡ. Беҙ Көньяҡ Урал дәүләт педагогия университеты коллективына һәйбәт традицияны дауам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Д. Никифорова.
Балаҡатай районы.
Читайте нас: