Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
29 Декабрь 2017, 11:27

Иң яҡшы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу

Яңы йыл байрамына әҙерлек бар ерҙә лә әүҙем бара. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, предприятие, учреждениеларҙа, ауыл, район Советтары биләмәләрендә төрлө саралар, конкурстар, кисәләр үтә. Ошо көндәрҙә Малаяҙ ауылының үҙәк майҙанында Яңы йыл шыршыһы янында Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар конкурсы үтте.

Майҙанға йыйылған халыҡ алдында Мәсетле, Миәшәгәр, Нәсибаш, Тирмән ауыл Советтарынан һәм Салауат ауыл Советына ингән Район балалар ижад йортонан һәм Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙар сығыш яһаны. Конкурсанттарҙы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Йәмил Мөхәррәмов етәкләгән талапсан жюри “Оригиналь ҡотлау”,”Яңы йыл сюрпризы”,”Иң яҡшы уйын программаһы” һәм башҡа конкурстарҙа баһаланы. Бәйге һөҙөмтәһендә иң күп мәрәй йыйып Мәсетле ауыл Советынан ауыл клубы мөдире һәм художество етәксеһе Зилира һәм Айбулат Сабировтар еңеү яуланы (һүрәттә). Башҡа конкурсанттар төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Ә. Иҙелбаев. Салауат районы.
Читайте нас: