Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар 2018, 12:50

Даны китте алыҫҡа

Яңы Балаҡатай ауылында шәхси эшҡыуар Рафаил Ғәлләмовтың һыу ҡойоу цехында етештерелгән “Белокатайская” һыуы Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Ҡырымда ҙур һорау менән файҙалана. Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС самиттарында ҡатнашыусылар ҙа Балаҡатай һыуын ауыҙ иттеләр.

Яңы Балаҡатай ауылында шәхси эшҡыуар Рафаил Ғәлләмовтың һыу ҡойоу цехында етештерелгән “Белокатайская” һыуы Башҡортостан, Татарстан республикаларында, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Ҡырымда ҙур һорау менән файҙалана. Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС самиттарында ҡатнашыусылар ҙа Балаҡатай һыуын ауыҙ иттеләр.
Йылдан-йыл Рафаил Ғәфүр улы производство базаһын үҫтерә, сығарған продукцияһының күләмен, ассортиментын арттыра һәм, әлбиттә, тәү сиратта сифатын күҙ уңынан ысҡындырмай. 2016 йылда эшҡыуар БР Ауыл хужалығы министрлығы үткәргән “Наш бренд” конкурс- фестивалендә 3-сө дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Шул уҡ йылда уға БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты тарафынан “Башҡортостан продукты” билдәһен алыуы тураһында диплом тапшырылды. Был билдә етештерелгән тауар сифаты һәм хәүефһеҙлеге буйынса ҡануниәт талаптарына яуап бирә тигәнде аңлата.
2017 йыл Рафаил Ғәлләмовҡа һәм уның коллективына тағы бер ҡыуаныс алып килде. Силәбе өлкәһендә “Агро-2017” ХХIV өлкә агросәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә үткән продукция сифатының Дегустация конкурсында уның тауары юғары баһа алды. “Белокатайская” газланған эсәр һыуы – алтынға, ә лимонад көмөш миҙалға лайыҡ булды. Рафаил Ғәфүр улына Дипломдар һәм миҙалдар тап- шырылды. Был күргәҙмәлә Башҡортостандан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкә- ләренән, Пермь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән 150 ауыл хужалығы продукцияһын етештереүсе ҡатнашты. “Белокатайская” һыуы республиканың экологик яҡтан таҙа районында етештерелә. Артезиан һыуы биш таҙарыу кимәлен үтә көмөш иондары менән байытыла. Бында шулай уҡ уртаса газландырылған эсемлектәр “Лимонад”, ”Дюшес”, ”Тархун” сығарыла һәм төрлө ҙурлыҡтағы шешәләргә ҡойола.
Шәхси эшҡыуар Рафаил Ғәлләмовтың был еңеүе район өсөн дә ҙур ғорур- лыҡ.
Ә. Иҙелбаев. Балаҡатай районы. Автор фотоһы.
Читайте нас: