Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2018, 00:54

Ауыл именлеге улар ҡулында

Йәш быуынға аҡыл өйрәтерлек, үрнәк булырлыҡ ир-егеттәр, ҡатынҡыҙҙарыбыҙ милләтебеҙҙең киләсәген үҙ ҡулдарына алып, ағинәйҙәр ойошмаһы, аҡһаҡалдар советы булдырып йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Элек-электән ҡатындар бала тәрбиәләүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы булған, ә ирегеттәр иһә ауыл, ил һағында тороп, ғаиләһен һаҡлаған, ниндәй мәсьәлә килеп сыҡһа ла, йыйылып кәңәшләшеп хәл иткән.

Йәш быуынға аҡыл өйрәтерлек, үрнәк булырлыҡ ир-егеттәр, ҡатынҡыҙҙарыбыҙ милләтебеҙҙең киләсәген үҙ ҡулдарына алып, ағинәйҙәр ойошмаһы, аҡһаҡалдар советы булдырып йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра. Элек-электән ҡатындар бала тәрбиәләүсе, ғаилә усағын һаҡлаусы булған, ә ирегеттәр иһә ауыл, ил һағында тороп, ғаиләһен һаҡлаған, ниндәй мәсьәлә килеп сыҡһа ла, йыйылып кәңәшләшеп хәл иткән.
Салауат районы Әлкә ауыл советында аҡһаҡалдар советы 2015 йылдан башлап уңышлы эшләп килә. Һәр ауылда совет ағзаһы бар. Ауыл советы башлығы Руслан Низамов әйтеүенсә, аҡһаҡалдар мәсет төҙөү, экологик өмәләр, Ололар көнөнә байрам сараларын үткәреү, 9 Майға һәйкәл, таҡтаташтарҙы тәртипкә килтереү кеүек эштәрҙә әүҙем ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә үткән йыйылышҡа ла ағайҙар әүҙем килгәйне. Унда шулай уҡ район советы депутаты, адвокат, юрист Алик Хәсәнов ҡатнашты. Ул һорауҙарға яуап бирҙе, мәсьәләләр килеп тыуғанда уға мөрәжәғәт итергә мөмкинлеген белдерҙе.
Йыйылышта Руслан Ғәлимйән улы йыл әйләнәһенә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне, аҡһаҡалдарҙың һүҙе халыҡ араһында нығыныуын белдерҙе. Ветерандар Советы рәйесе Вилмир Сафин үҙ сығышында этноауыл төҙөләсәге, эш урындары булдырыласағы, унда урындағы халыҡты йәлеп итеү тураһында бәйән итте. Аҡһаҡалдар советы рәйесе Фәрүәз Ғәлиуллин Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнашырға тәҡдим итте. Алынасаҡ дәүләт ярҙамына Әлкәлә мәҙәниәт йортон ремонтлау планлаштырыла. Шулай уҡ ул ағайҙарҙы өмәләрҙә ҡатнашырға өндәне. Йыл әйләнәһенә ойошма эшендә әүҙем ҡатнашыусы аҡһаҡалдар Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Йыйылыш барышында шулай уҡ ауыл халҡын борсоған янғын хәүефһеҙлеге, һыу менән тәьмин итеү, сүплектәр тәртипкә килтереү мәсьәләләре ҡаралды. Руслан Низамов һуғыш ветерандарына ҡуйылған стеланы тергеҙеү йәки яңынан төҙөү тураһында тәҡдим менән сыҡты. Был эш буйынса ауыл халҡын иҫкәртеү, аҡса йыйыу һәм бағымсыларҙы йәлеп итеү өсөн ойоштороу комитеты һайланды. Шулай уҡ Руслан Ғәлимйән улы яҙ еткәс ауыл ситтәрендәге шишмәләрҙе табып тергеҙеү буйынса өмәләр, аҙналыҡтар үткәреләсәген белдерҙе.
Ауылдарыбыҙҙа бөтә мәсьәләләрҙе асыҡтан-асыҡ һөйләшеп хәл итер ағайҙарыбыҙ булыуы һөйөнөслө күренеш. Һәр береһенең үҙ фекере, үҙ инициативаһы урғылып тора. Ауыл именлеге ошондай ағайҙар ҡулында булғас, күңел тыныс. Ә шулай ҙа, киләсәк йәштәр ҡулында, шуға күрә улар ҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашһын ине.
Р. Иштуғанова.
Салауат районы.
Автор фотолары.
Читайте нас: