Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
29 Ғинуар 2018, 11:39

Яңы үрҙәр, сағыу еңеүҙәр

18 – 20 ғинуарҙа Бөрө ҡалаһында ҙур мәҙәни сара – XXIV “Керәшен һыуыҡтары-2018” төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестивальконкурсы уҙҙы. Быйыл унда республиканың 17 районы һәм 13 ҡалаһы, Мәскәү, Һамар һәм Пермь крайы вәкилдәре ҡатнашты. Ҡыйғы районынан “SVK” вокаль-инструменталь ансамбле лә саранан ситтә ҡалманы

Составында Эмиль Назыров (вокал), Вадим Ғәниев (гитара), Саттар Маратов һәм Валерий Лоҡманов (барабан) булған ансамблдең был конкурста сығыш яһауы тәүгеләрҙән түгел. Уҙған йылда улар фестивалдә III дәрәжә диплом лауреаты булғайнылар. Быйыл иһә улар яҡташтарын “Эстада көйө” номинацияһында II дәрәжә лауреат дипломы менән ҡыуандырҙы. Бынан тыш төркөм гитарасыһы Вадим Ғәниев “Эстрада көйө” номинацияһында “Иң яҡшы гитарист” исеменә лайыҡ булды.
– Төбәкара кимәлдәге фестивалдә ҡатнаша алғаныбыҙ өсөн сикһеҙ бәхетлебеҙ. Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килгән таланттар араһында алғы рәттәрҙә була алғаныбыҙ өсөн айырыуса ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Тимәк, беҙҙең ижади тырышлығыбыҙ юҡҡа түгел, – ти ансамбль вокалисы Эмиль Назыров.
“SVK” вокаль-инструменталь ансамбле иңендә байтаҡ еңеүҙәр, әммә был турала гәзитебеҙҙең киләһе һандарында тулыраҡ бирербеҙ. Ә хәҙергә егеттәрҙе ошо еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уларға ижади уңыштар, яңы үрҙәр, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ.
Л. Ханова.
Ҡыйғы районы
Читайте нас: