Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Февраль 2018, 12:24

Халыҡ уйындарын тергеҙеп

Элек-электән һаҡланып килгән халыҡ уйындарында халҡыбыҙҙың көнкүреше, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары сағыла. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары айырыуса ҙур урын ала. Улар кешене төрлө яҡлап үҫтерә, фекерләү һәләтен, хәтерҙе, ихтыяр көсөн арттыра, физик яҡтан нығыта һәм милли рух тәрбиәләй. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Беҙ һаҡланып ҡалған уйын өлгөләрен киләсәк быуынға тапшырырға, онотолоп барғандарын тергеҙергә тейешбеҙ. Ағинәйҙәребеҙ ошо мәсьәләгә етди ҡарашта.

Башҡорт халыҡ уйындарын тергеҙеү, йәштәргә күрһәтеү маҡсатында 26 ғинуарҙа Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында боронғо фольклор уйындары байрамы үтте. Сара барышында Мәсетле, Дыуан районы ағинәйҙәре бала саҡтарында уйнап үҫкән уйын өлгөләрен күрһәтте, ҡул эштәре күргәҙмәһен тәҡдим итте.
Читайте нас: