Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2018, 11:07

Ирекмәндәргә – старт!

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән раҫланған Ирекмәндәр йылына старт бирелде. Ошо уңайҙан 3 февралдә республикабыҙҙың баш ҡалаһында байрам сараһы үтте. Өфөнөң Спорт һарайы алдында был көндө волонтерҙар ғына түгел, мәктәп уҡыусылары, студенттар, йәмәғәт ойошмалары активистары ла йыйылды. Тантанала шулай уҡ “Бергә” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Дыуан районы бүлексәһе волонтерҙары, “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды ағзалары һәм Мәсәғүт педагогия колледжы студенттары Анна Гордеева, Денис Ширяев һәм Валерия Швалева ҡатнашты.

Сараны тим-лидер Тимур Ғәҙелшин етәкселегендә инициативалы төркөм ойошторҙо. Ойоштороусылар билдәләүенсә, байрамға килеүселәрҙең һаны көтөлгәндән байтаҡҡа күберәк була, биш мең урынына ете меңдән ашыу кеше килә.
Тантанала ҡатнашыусыларҙы билдәле сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡотланы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишсарин волонтерҙар сафына баҫыусыларға ирекмән өсөн иң мөһим документ – волонтер кенәгәһен тапшырҙы. “Үткән йыл һуңында Рәсәй Дәүләт Думаһында “РФ-ның ирекмәнлек мәсьәләләре буйынса айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгәйне инде. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы волонтерлыҡ статусын нығытыусы закон ҡабул итте”, – тине Р. Ишсарин үҙ сығышында. Уның һүҙҙәренсә, волонтерлыҡ – ул ниндәй ҙә булһа сиктәр талап итмәгән өлкә, шул уҡ ваҡытта һөҙөмтәле эшләү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Депутат мохтаждарға ярҙам ҡулын һуҙыусы ирекмәндәргә уларҙың хеҙмәте өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү үҙәге директоры Илшат Бикҡулов аңлатыуынса, ирекмән булып рәсми рәүештә теркәлеүселәргә волонтер кенәгәһе асыла. Унда ирекмәндең хеҙмәттәре яҙылып бара. Был йәштәргә киләсәктә уҡырға ингәндә, эшкә урынлашҡанда өҫтәмә балл булып һанала һәм өҫтәмә мөмкинлектәр аса.
Ирекмән йылын асыу тантанаһы ҙур байрамға әүерелде. Сараны концерт номерҙары биҙәне. “Ҡарауанһарай”, “Арғымаҡ”, “Light Again” төркөмдәренең, мультиинструменталист Zainetdin-дың, Екатерина Ямщикова, Фирүзә Париждың сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
“Ошондай ҙур әһәмиәтле сарала ҡатнашыу мөмкинлеге булдырған өсөн район хакимиәтенә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ”, – ти Дыуан районы ирекмәндәре.
Л. Ғабдуллина. Дыуан районы.
Читайте нас: