Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Февраль 2018, 11:15

Спорт һөйөүсе уҡыусылар

Ғинуарҙа Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейында мәктәп уҡыусыларының XX Спартакиадаһы сиктәрендә волейбол турниры үтте. Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһендә Дыуан-Мәсетле урта мәктәбенең ҡыҙҙар командаһы – беренсе, егеттәр командаһы икенсе урын яуланы. 1-се лицей ҡыҙҙары – икенсе, Яуыш мәктәбе ҡыҙҙары өсөнсө урында. Егеттәр араһында Башҡорт гимназияһы командаһы – беренсе, Яуыш ауылы командаһы өсөнсө урынға сыҡты.

Ярышта беренселекте яулаусы Дыуан-Мәсетле ҡыҙҙар командаһы менән физкультура уҡытыусыһы Илзида Мөхәмәтова һәм түңәрәк алып барыусы Фәрҙиән Мөхәмәтов шөғөлләнә. Ҡыҙҙар өс йыл күнекмәләргә етди йөрөй, тырышып шөғөлләнә, шуға ла үҙҙәрен уйын барышында ышаныслы тота. Волейболдан тыш, шул уҡ составтағы команда баскетболда ла һынатмай.
Ҡыҙҙарҙың тырышлығы бушҡа китмәй. 2016 йылда команда районда үткән баскетбол буйынса “Оранжевый мяч” мәктәп лигаһында беренселекте яулап, төбәк-ара ярышҡа сыҡты. Егеттәр икенсе урын яулауға өлгәште. Былтыр ҡыҙҙар “Кэс Баскет” оло төркөм уҡыусылар лигаһында районда икенсе урын алғандар. Быйыл иһә волейбол буйынса көтөлөп алынған беренсе урын. Ҡыҙҙарға төбәк-ара ярыштарҙа уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Р. Иштуғанова. Мәсетле районы.
Читайте нас: