Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
16 Февраль 2018, 12:16

Фестиваль иң яҡшыларҙы билдәләйәсәк

Оло Ыҡтамаҡ район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым” район халыҡ ижады фестивален асыу тантанаһы үтте. Ике ай дауамында район ауыл биләмәләрендә эстафета уҙасаҡ. Сара сиктәрендә халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма ижадына, ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәргә, ауыл тарихына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова фестивалде асып, был сара үҙешмәкәр коллективтарҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеүен, улар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыуын билдәләне һәм бар ҡатнашыусыларға ла уңыштар теләне. Ҡунаҡтарға район ижади коллективтарының сағыу концерт программаһы тәҡдим ителде.
Фестиваль штандарты тантаналы рәүештә Абдулла ауыл биләмәһенә тапшырылды. Унда фестиваль 20 февралдә үтәсәк. Иң яҡшы ауыл биләмәләре һәм ижади коллективтар 20 апрелдә Гала-концертта иғлан ителәсәк һәм бүләкләнәсәк.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Читайте нас: