Малаяҙ район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан ынйылары” театраль-фольклор төркөмдәре республика фестиваленең төбәк этабы уҙҙы. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын сағылдырған ижади конкурста Балаҡатай, Мәсетле, Салауат, Ҡыйғы районы уҡыусылары үҙ оҫталығын күрһәтте.
Балаҡатай районы Яңыбай ауылының “Ялҡын” фольклор төркөмө (етәксеһе Н. Миндийәрова) ауылдарының килеп сығыу тарихын сәхнәләштерҙе. Уҡыусылар “Ялҡында янып йәшәргә” девизы аҫтында сығыш яһаны. Тамаша барышында шулай уҡ йәш артистар “Сыңрау торна” көйөн ҡурайҙа уйнап йырланы.
Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең “Эҙәрмәндәр” фольклор төркөмө (етәксеһе Н. Ғилметдинова, А. Дилмөхәмәтова) сығыштары алдынан ырыу ҡошон, тамғаһын, ағасын әйтте, ҡумыҙ көйөнә райондың киң билдәле “Беҙ Мәсетле” йырын башҡарҙы. Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы һәм Словакия милли ихтилалының әүҙем ҡатнашыусыһы, легендар “Бейек Татр” партизан отряды командиры, педагог Вафа Әхмәҙуллиндың нисәмә йылдар үткәндән һуң үҙенең намыҫлы исемен ҡайтарыуы, наградалары геройҙы табыуы тураһында театралаштырылған тамаша күрһәтте, һуңынан тамашасыларҙы сәхнәгә саҡырып “Шылтыр китте” халыҡ уйынын уйнатты.
Салауат районы Малаяҙ Башҡорт гимназияһының “Йәншишмә” фольклор төркөмө (етәкселәре Ф. Гәрәева, И. Ҡазыханова) Рәми Ғариповтың “Килә- сәккә юлдар ярам” көндәлегенән өҙөк сәхнәләштерҙе. Шулай уҡ уҡыусылар “Йәшерәм яулығымды”, “Кем һуҡты” уйындарын уйнаны. Унда еңелеүсе бер егет яза булараҡ думбырала уйнап “Уйҙарым” ҡобайырын башҡарҙы, икенсеһе ҡурайҙа уйнаны. Сығыштары һуңында тамашасылар менән бергәләп Р. Ғариповтың республиканың гимнына әйләнеп барған “Туған тел” шиғырын башҡарҙылар.
Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылының “Аҡйондоҙ” фольклор төркөмө (етәксеһе С. Яруллина) иһә яҡташтары поэт, драматург Рафаэль Сафин тураһында “Моң ҡалдырҙың тыуған илеңә” тип аталған театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Сығыштарында уҡыусылар һуғыштан һуң тол ҡалған ҡатындарҙың, етем балаларҙың һағышын күңелгә үтерлек итеп еткерә алды. Һуңынан ҡурайға ҡушылып “Порт Артур” йыры башҡарылды.
Жюри ағзалары кәңәшләшкәнсе Балаҡатай районы уҡыусылары тамашасыларҙы саҡырып алып сәхнәлә “Кемдә йөҙөк, Мәүлиха?” уйынын уйнатты. Уҡыусылар бергәләп уйнап, күңел асып, дуҫлашып бөттө. Шулай уҡ Балалар ижад йортоноң “Грация” бейеү ансамбле бейеүҙәре, Р. Рамазанова, Л. Саяпова, А. Әхмәтйәнова башҡары- уында йырҙар тамашасы күңеленә хуш килде.
Бөтә уҡыусылар ҙа яҡшы әҙерләнгән, үҙҙәрен сәхнәлә иркен тота, ләкин һәр конкурстың еңеүсеһе була. Һөҙөмтәлә беренсе урынға Малаяҙ Башҡорт гимназияһының “Йәншишмә” төркөмө лайыҡ булды. Мәсетле районы “Эҙәрмәндәр”е һәм Балаҡатай районының “Ялҡын” төркөмө икенсе һәм өсөнсө урындарҙы бүлеште. Ҡыйғы районының “Аҡйондоҙ” төркөмө “Сәхнә оҫталығы” номинацияһы дипломы менән бүләкләнде. Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе уҡыусыһы Юлдаш Хафизов “Төп герой, лидер” номинацияһында билдәләнде.
Салауат районы. Автор фотоһы.