Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
26 Февраль 2018, 14:32

Батырҙар онотолмай

Быйыл Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулды. Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты. Өҫтәүенә, тиҫтәләгән мең йәш егеттәрҙең ғүмерен аҫтын-өҫкә килтерҙе. Традицион рәүештә 15 февралдә хеҙмәт бурыстарын Ватандан ситтә башҡарғанда һәләк булған рәсәйлеләр иҫкә алына, иҫәнһау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдерелә

Быйыл Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулды. Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы конфликтта илебеҙ 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты. Өҫтәүенә, тиҫтәләгән мең йәш егеттәрҙең ғүмерен аҫтын-өҫкә килтерҙе. Традицион рәүештә 15 февралдә хеҙмәт бурыстарын Ватандан ситтә башҡарғанда һәләк булған рәсәйлеләр иҫкә алына, иҫәнһау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам һәм рәхмәт белдерелә.
Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалында үткән сараға Афғанстанда, Чечняла хеҙмәт иткәндә һәләк булған һигеҙ һалдаттың әсәһе, тыуған ил алдында хәрби бурысын ҡыҙыу нөктәләрҙә үтәп ҡайтҡан һуғыш ветерандары саҡырылғайны. Шулай уҡ сарала Салауат районы хакимиәте вәкилдәре, Дыуан күп профилле колледжы филиалдары директорҙары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Фойела һалдаттарҙың шәхси фотоальбомдары, яҡындарына яҙған хаттары, афған һуғышы тураһында китаптар, музей ҡомартҡыларынан күргәҙмә ойошторолғайны.
Иң тәүҙә йыйылыусылар яугиринтернационалистарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Артабан уларҙың фотоларынан әҙерләнгән видеотаҫма күрһәтелде. Дыуан күп профилле кол- леджы кадеттары тантаналы рәүештә гимн көйөнә Рәсәй Федерацияһы фла- гын һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы байрағын сәхнәгә алып сыҡты.
Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин барыһын да байрам менән ҡотланы. Үҙ сығышында ул Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө бер яҡтан һағышлы, икенсе яҡтан ҡыуаныслы ла булыуын билдәләне. Сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүсе район хакимиәтенә, бағымсыларға, ветерандарға, колледж кадеттарына рәхмәтен белдерҙе, барыһына ла һаулыҡ, илдә тыныслыҡ булыуын теләне.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйә- сәте рәйесе Илгиз Бәҙретдинов ветерандарҙы үҙ күҙҙәре менән күргәндәрен йәш быуынға еткереп, тарихҡа яҙып ҡалдырырға өндәне. Һәр районда хәрби хәрәкәттәр ветерандары тураһында мәғлүмәт һәм фотоһүрәттәр, иҫтәлектәр һаҡлаған китаптар сығарылыуын әйтте һәм яҡташтарын район ветерандары хаҡында китап туплауҙа ярҙам күрһәтергә саҡырҙы.
Артабан Рөстәм Хөснуллин улдары һәләк булып ҡалған әсәләргә Нәсибаш ауыл Советы эшҡыуары Абдулла Әхмәтшин исеменән бүләктәр, район хакимиәте исеменән аҡсалата бүләк тапшырҙы. Ветерандар кадеттар башҡарыуында шиғыр, йырҙарҙы һәм ҡул көрәшен алҡышлап ҡабул итте. Адик Шәйәхмәтов башҡарыуында йырҙар ҙа тамашасы күңеленә хуш килде.
Артабан барыһы ла һәйкәлгә венок һалыуҙа ҡатнашты. Һәләк булған һалдаттарҙың әсәләре сараны ойоштороусыларға, улдарын онотмағандарына рәхмәтен белдерҙе.
Р. Иштуғанова. Салауат районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: