2007 йылдан алып февралдең өсөнсө йәкшәмбеһе Рәсәйҙә Йәш һайлаусы көнө булараҡ билдәләнә. Рәсәй Федерацияһының Төп Законы – Конституцияға ярашлы 18 йәше тулған һәр граждан һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Күп йылдар элек ошо хоҡуҡты яулау өсөн ата-бабаларыбыҙҙың күпме көрәшкәне тарих биттәрендә ҡалған
Ошо датаға бәйле Атарша ауылы китапханаһында 6-10- сы класс уҡыусылары менән осрашыу үтте. Сара йәштәрҙе Рәсәй Федерацияһының һайлауҙар тураһында ҡануниәте менән таныштырыу, уларҙа әүҙем тормош позицияһын формалаштырыу, гражданлыҡ яуаплылығын үҫтереү һәм буласаҡ һайлауҙарға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.
Сара һайлауҙар тарихына байҡау яһауҙан башланды. Уҡыусылар һайлау хоҡуғы һәм власть органдарын һайлау тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт менән танышты. Артабан улар “Мин буласаҡ һайлаусы” темаһына интеллектуаль-хоҡуҡ уйынында ҡатнашты һәм “Нимә ул һайлау?”, ”Кем ул һайлаусы?”, ”Ни өсөн илгә Президент кәрәк”, ”Ни өсөн һайлауҙа ҡатнашырға кәрәк?” тигән һорауҙарға яуап бирҙе. Бер уҡыусы Рәсәй Федерацияһының Төп Законы РФ Конституцияһының 3-сө һәм 32-се статьяларын уҡып ишеттерҙе. Сарала ҡатнашыусылар һайлауға һәм һайланыуға хоҡуҡ, актив һәм пассив һайлау хоҡуҡтарының айырмаһы, был хоҡуҡҡа эйә булыусыларҙың йәше тураһында белде.
“Һайлауҙар тураһында бел” викторинаһында уҡыусылар үҙҙәренең һайлау хоҡуҡтарын иҫкә төшөрҙө, тауыш биреү ваҡытында килеп тыуған төрлө ситуацияларҙы ҡараны. Ирина Каренгина, Алмас Әхмәтханов һәм Айнур Хамматов һайлау хоҡуғын иң яҡшы белеүселәр тип танылды. Йәш һайлаусылар ҡануниәт талаптарына ярашлы урындағы власть органдарына депутаттар һайлау буйынса өс кандидат яҙылған уйын бюллетендәре менән танышып, кәрәкле процедураларҙы үтәп тауыш бирҙе һәм бюллетендәрҙе һайлау йәшиктәренә төшөрҙө. Уҡыусыларҙан торған “һайлау комиссияһы” һайлауҙарға йомғаҡ яһаны. Уҡыусылар “Беҙ һайлауҙар яҡлы! Беҙ Рәсәйҙең киләсәге өсөн!” темаһына арналған мәғлүмәт-китап күргәҙмәһе менән танышты. Сара һуңында уларға “Һиңә 14 – Һиңә 18” памяткалары, ”Йәш һайлаусы мәктәбе” буклеттары таратылды.
Шуны билдәләргә кәрәк, йәш быуын илдең закондарын, үҙҙәренең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын яҡшы белә һәм һайлауҙа ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлай.
Н. Зәбихуллина, Атарша ауылы баш китапханасыһы.