Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
12 Март 2018, 10:47

Үҫешкә юл билдәләнде

Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Владимир Путиндың сығышын тыңларға сенаторҙар, Дума депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, төбәк башлыҡтары, дини конфессиялар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре – меңгә яҡын кеше саҡырылғайны. Дәүләт башлығы илдең социаль-иҡтисади үҫешен билдәләгән стратегик документта фәҡирлекте кәметеү, халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, демографияны хәл итеү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, юғары технологияларға өлгәшеү, демократик институттарҙы камиллаштырыу һәм башҡа мәсьәләләр буйынса аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Сара ике сәғәткә яҡын барҙы. Ошоғаса Мөрәжәғәтнамә был тиклем оҙаҡ ваҡытты алғаны юҡ ине әле. Ил президентының тәүге тапҡыр Ҙур Манежда сығыш яһауы ла яңылыҡ булды. Дәүләт башлығының фекере 60 тапҡыр алҡыштарға күмелде. Йәштәр, ауыл темаларына Владимир Путин ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтты.

КИЛӘҺЕ УН ЙЫЛЛЫҠҠА ҮҪЕШ ПЛАНЫ
Рәсәй Президенты Вла- димир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен ошолай атарға була. Дәүләт башлығы сығышында йәшәйештең бөтә өлкәләренә ҡағылды. Улар араһында иң мөһимдәренең береһе — ғаилә килемен күтәреү булды. ”Беҙ тарихта тәүге тапҡыр йәшәү минимумын уртаса эш хаҡы кимәле менән тиңләнек. Яңылыҡ 2018 йылдың 1 майынан ғәмәлгә инәсәк һәм яҡынса дүрт миллион кешенең килемендә сағылыш табасаҡ. Был мөһим аҙым, әлбиттә, әммә проблема тамырынан хәл ителде тигәнде аңлатмай”, — тине Владимир Путин. Был йәһәттән дәүләт башлығы аныҡ бурыстар ҡуйҙы: халыҡтың реаль килемен арттыры- рға һәм киләһе алты йылда фәҡирлек кимәлен кәм тигәндә ике тапҡырға кәметергә. Бының өсөн мәшғүллек структураһын яңыртыу шарт, социаль ярҙам системаһын да хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек принцибынан сығып камиллаштырыу фарыз. “Социаль ярҙамды ысынлап мохтаж булғандар ғына алырға тейеш”, — тине ил етәксеһе.
ДЕМОГРАФИЯҒА — 3,4 ТРИЛЛИОН ҺУМ
Илдә алып барылған демографик сәйәсәт үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, артабан ул камиллашасаҡ ҡына. Мәҫәлән, киләһе биш йыллыҡта ярты миллиондан ашыу ғаилә ташламалы ипотеканан файҙаланып, торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ.
Шулай уҡ балалар поликлиникаларын төҙөкләндереү программаһы ғәмәлгә инә. Балалар баҡсаларындағы иң бәләкәс төркөмдәрҙә өҫтәмә 270 мең урын булдырыу ҙа — Мөрәжәғәтнамәлә яңғыраған төп маҡсаттарҙың береһе. “Дөйөм алғанда киләһе алты йыл эсендә демографик үҫеш сараларына, балалыҡты һәм әсәлекте һаҡлауға кәмендә 3,4 триллион һум аҡса йүнәлтеү бурысы тора”, — тине Владимир Путин.
Әйткәндәй, был сумма һуңғы алты йыл менән сағыштырғанда 40 процентҡа күберәк.
Читайте нас: