Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
13 Март 2018, 11:05

Дуҫтарса осрашыу

2 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы хакимиәттәре командалары араһында үткән ”Дуҫлыҡ матчы” ысынлап та дуҫлыҡ байрамына әүерелде. Сара барышында күрше райондарҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен физик яҡтан ғына һынап ҡалманы, ә бер-береһе менән аралашып тәжрибә уртаҡлашты, Мәсетле районының социаль-иҡтисади торошо һәм иҫтәлекле урындары менән танышты.

2 мартта Оло Ыҡтамаҡ ауылында Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат районы хакимиәттәре командалары араһында үткән ”Дуҫлыҡ матчы” ысынлап та дуҫлыҡ байрамына әүерелде. Сара барышында күрше райондарҙың муниципаль хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен физик яҡтан ғына һынап ҡалманы, ә бер-береһе менән аралашып тәжрибә уртаҡлашты, Мәсетле районының социаль-иҡтисади торошо һәм иҫтәлекле урындары менән танышты.
Район хакимиәттәре башлыҡтары етәкселегендәге делегацияларҙы мәсетлеләр район мәҙәниәт йортонда сәк-сәк, ҡымыҙ һәм йыр-моң менән ҡаршы алды. Сәхнәлә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Гөлназ Ҡадирова, район Советы секретары Альберт Сәғҙәтов һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары – район финанс идаралығы начальнигы Айҙар Әхмәтшин, “Елань” рус йыры халыҡ ансамбле солисы Сабина Әхтәмова башҡарыуында яңғыраған моңло йырҙар, республика “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-при яулаған район хакимиәтенең “Аҡ тирәк” һәм ошо конкурста өсөнсө дәрәжә дипломына лайыҡ булған Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” бейеү ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре барыһының да күңеленә хуш килде һәм сараны ыңғай кәйеф менән башларға көйләне.
Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, ирешелгән уңыштарға туҡталып юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ауыл хужалығы предприятиеларын, ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы һанап үтте. Шулай уҡ муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге яуаплы һәм еңел түгеллеген билдәләне, бөгөнгө ярышта улар һөнәри оҫта булыуҙарын ғына түгел, ә физик әҙерлек- тәрен дә күрһәтерҙәренә ышанысын белдерҙе.
Сараның икенсе өлөшө “Атлант” стадионында дауам итте. Район хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгесе Артур Сафин ярыш программаһы, үткәреү ҡағиҙәләре һәм судъялар менән таныштырҙы. Матч программаһы буйынса муниципаль хеҙмәткәрҙәр сыҙамлыҡта, етеҙлектә, сослоҡта көс һынашты. Улар конькиҙа (эстафета), саңғыла ярышты һәм пейнтбол өсөн тәғәйенләнгән ҡоралдан сәпкә атты.
Ярыштар бик көсөргәнешле барҙы. Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса Салауат районы хакимиәте командаһы беренсе урынды яуланы, икенсе урында – Дыуан, өсөнсөлә – Ҡыйғы, дүртенселә – Мәсетле, бишенселә – Балаҡатай районы командалары. Еңеүселәр Мәсетле районы хакимиәтенең миҙалдары, кубоктары менән бүләкләнде. ”Дуҫлыҡ матчы” эстафетаһы Балаҡатай районына тапшырылды. Ярыштан һуң ҡунаҡтар өсөн район үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо. Күршеләр район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында республикала берҙән-бер ҡумыҙ музейы менән танышты, шулай уҡ сиркәүҙә булды.
“Дуҫлыҡ матч” йылы, дуҫтарса шарттарҙа үтте һәм һәр кемдең күңелендә бик матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ә. Иҙелбаев.
Мәсетле районы. Автор фотолары.
Читайте нас: