Халыҡ-ара, ил һәм төбәк кимәлендә "хәләл" бренды аҫтында ризыҡ етештереү, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү, транспортта туҡландырыу, ял һәм сәфәрҙәр ойоштороу киң үҫеш ала. Күптән түгел Малаяҙ ауылында ла хәләл продукция һатыу, туҡланыу нөктәһе барлыҡҡа килде. Унда Ҡаратаулы ауылынан Тереза һәм Айгиз Байрамғоловтар “Хәләл” кафеһын асты.
Байрамғоловтарҙың мосолмандар өсөн туҡланыу нөктәһе булдырыуҙарын белгәс, уларҙың уйын район халҡы ла күтәреп ала. Хәҙер иһә кафеларынан кеше өҙөлмәй. Бында хәләл былау, һурпа, лагман, тефтели һәм башҡа төрлө аштар, сәй тәҡдим ителә. Кафе эсендә таҙалыҡ, тәртип.
– Хәләл ризыҡ яҡын тирәлә юҡ, элегерәк үҙебеҙ ҙә Силәбегә, Өфөгә барғанда алып ҡайта инек. Һуңғы йылдарҙа бындай ризыҡҡа ихтыяж артыуын иҫәпкә алып, кафе асырға булдыҡ. Продукцияны Өфөнән барып алабыҙ. Үҙем менюны төрлөләндереп аштар бешерәм. Билмәнде туғандар менән бергәләшеп эшләйбеҙ, – ти Тереза Мырҙакамал ҡыҙы.
Айгиз Вәғиз улы вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөй, Ҡаратаулы ауылы имам-хатибы ла ул. Тормош иптәше эштә булғанда Тереза апайға эшҡыуарлыҡты бер үҙенә алып барыу еңелдән түгел, әлбиттә. Ләкин эшен яратып башҡарыуы, һатып алыусыларҙың ыңғай мөғәләмәлә булыуы уның кәйефен күтәрә, дәрт өҫтәй. Байрамғоловтар икеһе лә иман юлында, шуға күрә хәләл ризыҡтың сифаты буйынса һорауҙар ҙа тыумай. Район халҡы уларҙы ихтирам итә һәм кафеларына теләп йөрөй.
Салауат районы. Автор фотоһы