Эйлестан
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2018, 12:14

Беҙҙең ҡыҙҙар – “Һылыуҡай”ҙа!

23 мартта Өфөлә сираттағы “Һылыуҡай-2018” республика гүзәллек бәйгеһе үтә. Сараны “Башҡортостан” телерадикомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Мәҙәниәт министрлығы ойоштора. Конкурс милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, башҡорт ҡыҙҙарының сибәрлеген күрһәтеү, ижади ҡеүә- тен асыу, йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.

23 мартта Өфөлә сираттағы “Һылыуҡай-2018” республика гүзәллек бәйгеһе үтә. Сараны “Башҡортостан” телерадикомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Мәҙәниәт министрлығы ойоштора. Конкурс милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, башҡорт ҡыҙҙарының сибәрлеген күрһәтеү, ижади ҡеүә- тен асыу, йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.
21 февралдә Өфөлә конкурстың кастингы булды. Унда бәйгенең район этабында еңгән һылыуҡайҙар ҡатнашты. Улар визитка (ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу), ижади бәйге (бейеү, йыр/таҡмаҡ, актерлыҡ этюды), дефиле конкурстарында көс һынашты һәм жюриға үҙҙәренең портфолиоһын тәҡдим итте.
Сибәркәйҙәрҙең сығышын талапсан жюри баһалай. Уның составында Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков, уның урынбаҫары Нәфисә Тулыбае- ва, ”Тамыр” балалар телеканалының баш режиссеры Рөс- тәм Аҙнабаев, “Һылыуҡай- 2018” конкурсы режиссеры Линара Таһирова, продюссе- ры Илдар Ишкинин, фотографы Айбулат Аҡбутин, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы художество етәксеһе, хореограф Сулпан Асҡарова, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Венер Камалов, башҡорт эстрадаһы йондоҙо Илнур Рамазанов, ”Bashkirian Beauty” студияһы директоры Альбина Усманова, ”Электролайн” ЯСЙ-һы генераль директоры Айгөл Хужина, ”Тимер” ЯСЙ-һы директоры Рәүил Ғәбделманов, ”Прогресс” компаниялар төркөмө ЯСЙ-һы директоры Марат Усманов, ”Turkish Airlines” авиакомпанияһы вәкиле Рөстәм Абдразаков, ”Рәсәйҙең икенсе Вице-Мисы Альбина Әхтәмова һәм “Һылыуҡай 2016” республика конкурсы еңеүсеһе Эльвира Ҡарамышева.
Һайлап алыу турында Мәскәү, Өфө, Белорет, Мәләүез, Салауат, Сибай ҡалаларынан һәм республиканың 22 районынан һылыуҡайҙар ҡатнашты, уларҙың ун икеһе финалға үтте. Финалистар араһында Балаҡатай районынан Илзирә Әсмәндиярова һәм Ҡыйғы районынан Зилә Ғатауллина ла бар.
Илзирә Балаҡатай районы Яныбай ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияинтернатының 9-сы класында уҡып йөрөй.
Зилә Ҡыйғы районы Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 3-сө курсында белем ала. Ситтән тороп Өфө урман хужалығы техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлаған.
“Һылыуҡай-2018” республика гүзәллек бәйгеһе 23 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдар эсендә республиканың төп матурлыҡ конкурсында 200- ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашҡан, уларҙың күптәре үҙ карьераһын телеиндустрияла, реклама, модель бизнесында дауам итә һәм донъя подиумдарында башҡорт ҡыҙҙарының һылыулығын данлай.
Ә. Иҙелбаев әҙерләне
Читайте нас: