Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
21 Март 2018, 12:04

Тауҙарҙан тик тауҙар ғына бейек

Тыуған еребеҙ Башҡортостандың тәбиғәте бик йәмле. Сылтырап аҡҡан шишмә-йылғалар, мәғрүр тауҙар, һабантурғайҙар моңло йырын һуҙған ялан-ҡырҙар йылдан-йыл күберәк туристарҙы йәлеп итә. Бигерәк тә альпинизмды үҙ итеү- селәр туризмға тәүге аҙымдарын республика тауҙарында яһайҙар. Башҡортостан Республикаһының альпинизм федерацияһы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Минибаев биргән мәғлүмәттәр буйынса, республикала тауға үрмәләү менән шөғөлләнеүселәр һаны 500-ҙән ашып китә. Улар араһында оло тәжрибә туплаған, Рәсәйҙә генә түгел, ә Гималай, Тибет һәм башҡа тауҙарҙың түбәһендә эҙен ҡалдырған альпинистар араһында йәштәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы күренеш.

Тыуған еребеҙ Башҡортостандың тәбиғәте бик йәмле. Сылтырап аҡҡан шишмә-йылғалар, мәғрүр тауҙар, һабантурғайҙар моңло йырын һуҙған ялан-ҡырҙар йылдан-йыл күберәк туристарҙы йәлеп итә. Бигерәк тә альпинизмды үҙ итеүселәр туризмға тәүге аҙымдарын республика тауҙарында яһайҙар. Башҡортостан Республикаһының альпинизм федерацияһы рәйесе урынбаҫары Искәндәр Минибаев биргән мәғлүмәттәр буйынса, республикала тауға үрмәләү менән шөғөлләнеүселәр һаны 500-ҙән ашып китә. Улар араһында оло тәжрибә туплаған, Рәсәйҙә генә түгел, ә Гималай, Тибет һәм башҡа тауҙарҙың түбәһендә эҙен ҡалдырған альпинистар араһында йәштәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы күренеш.
Март байрамдарында Искәндәр Минибаев етәкләгән бер төркөм йәштәр Салауат районы Иҙрис ауылы янында Салауат мәмерйәһе урынлашҡан Киссеташ тауында альпинизм буйынса тәүге күнекмәләр үткәрҙе. Туғыҙ спортсы ике көн дауамында альпинизм сеҙәрен үҙләштерҙе.
Улар кабинетта- рҙа алған белемдәрен яһалма тренажерҙарҙа түгел, ә ысын тауҙарҙа ҡулланды. Искәндәр Әхмәҙулла улы һөйләүенсә, был занятиелар альпинизм менән шөғөлләнә башлаусыларҙың белемен арттырыу, уларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтеү маҡсатында үткәрелә. Күнекмәләрҙә ҡатнашыусылар 16 йәштән өлкән булырға тейеш, шулай уҡ сәләмәтлек торошо тураһында медицина белешмәһе булыу мотлаҡ. Занятиелар ике төргә бүленде: тауға менеү һәм техник эш (бауҙар, датчикта, ҡапшауыстар, көрәктәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар). Сарала ҡатнашыусылар бик күп файҙалы кәңәштәр алып, күнекмәләрҙән ҡәнәғәт ҡалды. Улар 26-30 мартта Башҡортостан альпинистар федерацияһы үткәргән ”Рәсәй альпинисы-2018” Ирәмәл альпиниадаһында ҡатнашасаҡтар. Был сараныны ун йылдан ашыу тәжрибәле, квалификациялы инструкторҙар ойоштора. Сара Силәбе өлкәһе Түлүк ауылы янында башлана. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Беҙ йәш альпинистарҙан ни өсөн ошондай еңел булмаған ҡатмарлы һәм хәүефле спорт төрөн һайлауҙарын һорағас, улар В. Высоцкийҙың йырынан “Тауҙарҙан тик тауҙар ғына бейек” тигән һүҙҙәре менән яуап бирҙеләр.
Ә. Иҙелбаев. Салауат районы. Автор фотоһы.
Читайте нас: