Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
6 Апрель 2018, 12:43

Аграрийҙар кәңәшләште

4 апрелдә Малаяҙ район мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә 2018 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса агрономик конференция үткәрҙе. Унда министрлыҡ етәкселеге һәм белгестәре, төньяҡ-көнсығыш район хакимиәттәре башлыҡтары, уларҙың урынбаҫарҙары, ауыл хужалығы бүлектәре начальниктары, баш агрономдар, инженерҙар, ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ етәкселәре, хужалыҡтарҙың баш агрономдары, мәғлүмәт-консультация үҙәге директорҙары, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты, Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары, химик средстволар, ауыл хужалығы техникаһын һатыусылар, “Россельхозбанк” хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты

Мәҙәниәт һарайы фойеһында Салауат районы ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән фермер хужалыҡтары, “Янғантау” шифаханаһы етештергән тауарҙарҙан күргәҙмә ойошторолғайны. Бында шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиелары ашлама, техника, запас частәр, орлоҡ һәм башҡа кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итеүсе ойошма вәкилдәре үҙ тауарҙарын тәҡдим итте һәм улар тураһында тулы мәғлүмәт бирҙе. Конференцияны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов асты һәм 2018 йылда Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре тураһында сығыш яһаны.
Салауат районы башлығы Марс Кашапов конференцияла ҡатнашыусыларҙы райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы һәм район ауыл хужалығы продукцияһы етештереүсе хужалыҡтарҙың яҙғы сәсеүгә әҙерлеге тураһында һөйләне.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Рәмил Нуриәхмәтов һәм Ирек Сураков яҙғы сәсеү эштәрен үткәреүҙә дәүләт ярҙамы, төньяҡ-көнсығыш төбәгендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрҙең яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге, техника менән тәьмин ителеүҙәре тураһында бәйән итте.
БДАУ доценты Илдар Ғәфүров – “Ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү технологияһында мониторинг системаһын индереү һөҙөмтәләре”, БР буйынса ”Россельхозцентр” филиалы етәксеһе урынбаҫары Рәмил Баһауетдинов – ”Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоҡ- тарын сәсеүгә әҙерләү. Орлоҡтарҙы ағыулауҙы ойоштороу”, “БКС-Брокер”- ҙың Өфө филиалының брокер бүлеге начальнигы Дмитрий Ковалев – ”Биржалағы сауҙа. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр өсөн яңы мөмкинселектәр” темаһына сығыш яһаны. Башҡортостанда “Селекция һәм Агротехнология” ғилмипроизводство үҙәге менән берлектә майлы культураларҙы етештереүҙе киңәйтеү перспективалары тураһында проект етәксеһе Артур Хәйруллин, һыра етештереүгә тәғәйенләнгән арпа культураһын етештереү проектын тормошҡа ашырыу тураһында “Основа” ғилми-производство компанияһы директоры урынбаҫары Марсель Шамсутдинов бәйән итте. Мәсетле районының “Ленинский” АХПК рәйесе Павел Ватолин, ”Аҡтау” АХП ЯСЙ-һы етәксеһе Илдар Ниғәмәтйәнов ауыл хужалығы прдукцияһы етеште- реүҙә һәм урында эшкәртеүҙә, һатыуҙа өлгәшкән уңыштары тураһында һөйләне, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына ауыл хужалығы министры һәм уның урынбаҫарҙары яуап бирҙе. Сара бик ваҡытлы һәм файҙалы булды.
Ә. Нуретдинов. Салауат районы.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: Илшат Фәзрахманов (һулдан икенсе) күргәҙмә менән таныша.
Читайте нас: