Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
6 Апрель 2018, 12:52

Төҙөк техника – хәүефһеҙ хеҙмәт

Рәсәй һәм республика Хөкүмәтенең “Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошона дәүләт күҙәтеүе органдары тарафынан теркәлгән тракторҙарға, башҡа машиналарға һәм уларҙың тағылмаларына дәүләт техник тикшереүе үткәреү” тураһындағы ҡарарына ярашлы хужалыҡтарҙа техник тикшереүҙәр үтә. Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районы буйынса ”Гостехнадзор” инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторы Танир Хизбуллин Үрге Ҡыйғы ауылында Әдил Әхмәтдинов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығының техникаһын тикшерҙе.

Хужалыҡта ике иген комбайны, бер мал аҙығы әҙерләү комбайны, бер “Газель” йөк машинаһы һәм биш “Беларус” (2-һе ҡеүәтле”Беларус- 1221”) иҫәпләнә. Бынан тыш иген сәскестәр, үлән сапҡыс һәм башҡа тағылма инвентарҙар бар. Әйтергә кәрәк, хужалыҡ 325 гектар майҙанда төрлө иген культуралары сәсә. Әлеге көндә өс сәскестең икеһе яҙғы сәсеүгә әҙер, ошо көндәрҙә өсөнсөһөн дә ремонтлауҙы тамамлаясаҡтар. Шулай уҡ хужалыҡта 50 баш һыйыр малы аҫрала. Уларға етерлек күләмдә мал аҙығы тупланған һәм малдарҙы ҡышлатыу уңышлы бара.
График буйынса техник күҙәтеү биш “Беларус” тракторына һәм бер тағылмаға үткәрелде. Танир Фәрүәз улы әйтеүенсә, тракторҙарҙың техник торошо һәйбәт, хәүефһеҙлек талаптарына, билдәләнгән стандарттарға, техниканы файҙаланыу буйынса инструкцияларға һәм башҡа норматив документтарға тап килә. КФХ етәксеһе һәм тракторсылар техник күҙәтеүгә етди әҙерләнгән.
2 апрелгә ҡарата районда барлығы биш ауыл хужалығы производство кооперативының һәм 14 крәҫтиән-фермер хужалығының трактор һәм тағылмаларына техник тикшереү үткәрелгән. 72 тракторҙың 57-һенең, 24 тағылманың 21-енең техник торошо һәйбәт, ҡәнәғәтләнерлек тип табылған, ә башҡалары 20 көн эсендә ҡабаттан тикшереләсәк.
Артабан техник күҙәтеү 10 июнгәсә – мал аҙығы әҙерләү комбайндарына,1 июлгәсә иген йыйыу комбайндарына үткәреләсәк.
Ә. Нуретдинов.
Ҡыйғы районы.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: баш дәүләт инженер-инспектор Т. Хизбуллин КФХ етәксеһе Ә. Әхмәтдинов менән техник күҙәтеү барышында.
Читайте нас: