Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2018, 10:32

Техника төҙөклөгө – уңыш нигеҙе

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн ҡыҙыу һәм яуаплы мәл етте. Яҙғы баҫыу эштәрен тиҙ арала һәм сифатлы итеп үткәреү техниканың төҙөклөгөнә бәйле. Балаҡатай районында Дыуан күп профилле колледжы филиалында һәм Киров исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативында Башҡортостан Республикаһы үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы (БР-ҙың Гостехнадзор инспекцияһы) үткәргән төбәк семинар-кәңәшмәлә ошо турала һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Илшат Хәбибуллин, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәхсүт Минниғәлин, райондың ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, төньяҡ-көнсығыш һәм Иглин райондарынан дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының баш дәүләт инженер-инспекторҙары, Дыуан күп профилле колледжы директоры Талип Фазлаев, колледж филиалдары мөдирҙәре, ”Башкирская” үҙәк МТС-ның Дыуан филиалы директоры Роберт Вәлиев һәм башҡалар ҡатнашты.
Семинар-кәңәшмә күп профилле колледжда тракторист-машинистар әҙерләү буйынса уҡыу лабораторияһы менән танышыуҙан башланды. Сарала ҡатнашыусылар уҡыу лабораторияларында техниканың төҙөлөшөн, эшләү принциптарын күрһәткән стендтар һәм башҡа ҡоролмалар, водителдәр һәм иретеп йәбештереүселәр әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән махсус тренажерҙар, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү бүлмәһе менән танышты. Трактор полигонында колледж студенттары техника менән идара итеү оҫталығын күрһәтеп, имтихан заданиеларын үтәне.
Кәңәшмәнең уҡыу бинаһында дауам иткән теоретик өлөшөн БР Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов асты һәм алып барҙы. Район хакимиәте башлығы Мәхсүт Минниғәлин райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы һәм яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек тураһында һөйләне. Ринат Ғәлимов үҙ сығышында РФ Хөкүмәтенең техник күҙәтеү буйынса ҡарары, күҙәтеүҙең төп бурыстары, үткәреү тәртибе һәм ҡағиҙәләре тураһында бәйән итте.
Читайте нас: