Яҡташыбыҙ Малаяҙ һылыуы Зөһрә Мөхәрәмованың һылыулығы донъяны яулай. Башҡорт дәүләт университетының 4 курс студенткаһы быйыл Ҡытайҙа һәм Дубайҙа үткән халыҡара кимәлдәге ике конкурста ҡатнашты. Дубайҙа апрель башында тамамланған конкурс Зөһрәгә “Ғәләмдең идеаль матурлыҡ мисы” Гран-приһын һәм еңеүсе данын килтерҙе.
Яҡташыбыҙ Кипрҙа модель агентлыҡтарының береһендә эшләй. Конкурста ҡатнашыуға заявканы ла унан биргән. Төрлө илдәрҙән ҡатнашҡан ике меңдән ашыу һылыуҡай араһынан Ғәрәп Эмираттарына кастингҡа һайлап алына ул. Финалға иһә уларҙың ун икеһе генә үтә. Тәбиғәт биргән матурлығы, модель ҡиәфәте, ижади ҡарашы ярҙамында Зөһрә ғәрәп илендә абруйлы титул алыуға өлгәшә. Был еңеүе уға халыҡ-ара мода журналы тышына фото төшөү мөмкинлеген бирә. Ул шулай уҡ Мәскәүҙә үткән “Мода аҙналығы”на саҡырыу алған.
Фото З. Мөхәрәмованың шәхси архивынан.