Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
28 Апрель 2018, 12:21

Чемпиондар – сәхнәлә!

24 апрелдә Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Ҡыйғы районында эш сәфәре менән булып китте. Визит барышында министр һәм район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов Үрге Ҡыйғы лицейында каркаслы спорт залын төҙөү эштәре менән танышты. Артабан улар “Чемпиондар балы” спорт байрамында ҡатнашты.

24 апрелдә Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Ҡыйғы районында эш сәфәре менән булып китте. Визит барышында министр һәм район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов Үрге Ҡыйғы лицейында каркаслы спорт залын төҙөү эштәре менән танышты. Артабан улар “Чемпиондар балы” спорт байрамында ҡатнашты.
Был көндө Үрге Ҡыйғы район мәҙәниәт йортоноң тамаша залы дәртле йырҙар аҫтында ҡулдарына флагтар тотҡан йәш спортсылар менән тулды. Эйе, Ҡыйғы үҙенең данлыҡлы бейеүселәре, йырсылары менән генә түгел, ә йыл һайын республика, Рәсәй кимәлендәге ярыш- тарҙа еңеүсе һәм призер булған көслө спортсылары менән дә билдәле.
Районда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Каратэ, баскетбол, волейбол, көрәш, хоккей буйынса һәм башҡа секциялар уңышлы эшләп килә. Дөйөм тырышлыҡ менән хоккей майҙансыҡтары булдырылған.
– 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса Ҡыйғы районы спортсылары тиҫтәләгән ярыштарҙа көс һынап, төрлө кимәлдәге наградаларға лайыҡ булды. Улар араһынан иң ҡиммәтлеһе тип муниципаль райондар араһында Башҡортостан Республикаһы кимәлендәге спорт уйындарында яуланған I урындарҙы билдәләр инем. Бигерәк тә армрестлинг, гер күтәреүҙә (А. Ғатауллин. И. Вәлиева, Л. Баһаутдинов), ир-егеттәр араһында уҙғарылған Республика спорт фестивалендә (А. Колодин, Р. Ҡазыханов, А. Нурыев, В. Әлтәпов), 2004-2006 йылда тыуған балалар араһында уҙғарылған хоккей ярыштарында иң юғары күрһәткестәрҙе айырып билдәләп китеү мөһим. Киләсәктә бындай еңеүҙәр йышыраҡ ҡабатланыр, тип ышанам. Әлбиттә, спортсының һәр уңышы – ул тренерҙың эш һөҙөмтәһе. Шулай ҙа остаздың төп еңеүе – балаларҙы ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтеүе, уларҙа рух ныҡлығын тәрбиәләүе, насар ҡылыҡтарҙан ҡурсалауы.
Бөгөнгө көндә райондың спорт һәм физик культура өлкәһендә 30 уҡытыусы һәм тренер хеҙмәт итә. 5 спорт мастеры, 3 спорт мастерлығына кандидат, 600-ҙән ашыу төрлө разрядтағы спортсылар иҫәпләнә. 4 физкультура уҡытыусыһы – БР-ҙың Мәғариф отличнигы, 1 тренер БР-ҙың атҡаҙанған тренеры исеменә лайыҡ һәм башҡалар. Бынан тыш район спортын үҫтереүҙә спорт ветерандарының да ярҙамы сикһеҙ. Талымһыҙ намыҫлы хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине район хакимиәте башлығы Шамил Мөхәмәтдинов үҙ сығышында. Һүҙҙәрен ҡеүәтләп ул данлыҡлы тренерҙарға һәм йәш чемпиондарға район хакимиәтенең Почет грамоталарын тапшырҙы.
Бар ғаиләләре менән төрлө район, республика ярыштарында яҡшы күрһәткестәргә ирешкәндәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Мәҫәлән, “Атай, әсәй һәм мин – спорт яратыусы ғаилә” республика конкурсында беренсе урынға лайыҡ булған Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүсе Йыһангировтар ғаиләһе, билбаулы көрәш буйынса республика йыйылма командаһы составына ингән А. Мөхәмәҙиев айырым билдәләнде.
– Районда төрлө спорт йүнәлештәре буйынса секциялар, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт мәктәбе эшләй, алты меңдән ашыу ҡыйғылы- лар даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә, төрлө спорт сараларында ҡатнаша. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, районда спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерергә тырышабыҙ. Айы- рыуса белем биреү учреждениеларының спорт залдарын реконструкциялауға иғтибар бүленә. Мәҫәлән, һуңғы ике-өс йыл эсендә биш спорт залына ремонт эшләнде һәм эш бының менән генә туҡталып ҡалмай. Матди-техник базаны нығытыуға ла йыл һайын аҡса бүленә. Быйыл спорт өлкәһенә генә 8 млн һумға яҡын сумма ҡаралған. Шулай уҡ районда 11 хоккей коробкаһы, 9 урам спорт майҙансығы эшләй. Әлбиттә, был бик аҙ. Ағымдағы йылда “Үҫмер” стадионын реконструкциялау эштәрен башлау , үҫмерҙәр һәм балалар спорт мәктәбенә капиталь ремонт эштәрен уҙғарыу планлаштырылған, – тип һүҙен тамамланы район башлығы.
Артабан чемпиондарҙы ҡотлау өсөн сәхнәгә министр А. Иванюта күтәрелде. Ул район спортын үҫтереүгә ҙур көс һалыусы тренерҙарҙы һәм спортсыларҙы төрлө кимәлдәге еңеүҙәре менән ҡотланы һәм районда реализацияланған “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проектының киләсәктә яҡшы һөҙөмтәләргә генә алып килеренә ҙур ышанысын белдерҙе. Ул шулай уҡ тренерҙарға БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын, ә Үрге Ҡыйғы белем биреү учреждениелары уҡыусыларына “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының нормативтарын үтәүселәргә алтын билдәләр тапшырҙы.
Л. Ғабдуллина.
Ҡыйғы районы.
Автор фотоһы.
Читайте нас: