Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2018, 12:12

Еңеү яҙын ҡаршылап

Бөйөк Еңеү көнөн байрам итер алдынан Салауат районы Лағыр урта мәктәбе инициативаһы менән ойошторолған ”Еңеү йүгереүе” акцияһы үтте. Лағыр ауылында тантаналы митинг барышында ауыл советы башлығы Зәбир Ситдиҡов, мәктәп директоры Ринат Ситдиҡов, хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Нәбиуллин сығыш яһаны. Һәйкәлгә сәскәләр һалғандан һуң Лағыр урта мәктәбенең 6- 11-се кластарынан барлығы 25 уҡыусы эстафетаны башлап ебәрҙе. Артабан уларға Торналы, Янғантау ауылы мәктәптәре уҡыусылары ҡушылды.

Барлығы 60-тан ашыу йүгереүсегә Дыуан районы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә район сигендә ҡушылып Мәсәғүт ауылының Еңеү паркына финишҡа килде.
Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, мөһим акцияла ҡатна- шҡандары өсөн рәхмәтен белдерҙе, “Еңеү йүгереүе”нең йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауын билдәләне. Сараны ойоштороусы Лағыр, Торналы, Янғантау мәктәптәренә, Дыуан районы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә, тренер-уҡытыусы Айгөл Баеваға Дыуан районы хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Ринат Ситдиҡов үҙ сығышында бындай йүгереү тәүге тапҡыр 1980 йылдың 5 майында үткәрелеүе, унда ҡатнашыусылар Лағырҙан Малаяҙға тиклем йүгереүе хаҡында бәйән итте. 35 йыл үткәс, 2015 йылда, акция тергеҙелә. Быйыл иһә уҡыусылар Дыуан районына уҡ килеп етеүенә, йүгереүселәр һаны йылдан-йыл артыуына ҡыуанысын белдерҙе, сараны ойоштороуҙа ярҙам итеүсе Салауат, Дыуан районы хакимиәттәренә, ҡатнашыусы уҡыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Нәбиуллин акцияла әүҙем ҡатнашыусы мәктәптәргә һәм һәр йүгереүсегә Рәхмәт хатын тапшырҙы. Салауат районы хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Илдар Фәйзуллин спортсыларҙы сәләмләп акцияла ҡатнашыусы мәктәптәрҙе, Дыуан районының физкультура һәм спорт комитетын Салауат районы хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләне.
1980 йылда тәүге “Еңеү йүгереүе”н ойоштороусы элекке физкультура уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Радик Мөхәмәтйәнов барыһын да яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, аяҙ күк өсөн көрәшеүселәргә арналған сарала ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе.
Салауат районының хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Нәбиуллин һәм Дыуан районы яугиринтернационалисы Илмир Шафиҡов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған һәйкәлгә венок һалғандан һуң, барыһы ла бер минут тынлыҡ менән яу батырҙарын иҫкә алды.
Р. Иштуғанова.
Читайте нас: