Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2018, 11:20

Батырҙар исемен мәңгеләштереп

Башҡортостан эҙәрмәндәре “Хәтер вахтаһы-2017” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы яландарында батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған акцияла республиканан өс төркөм - 125 егет һәм ҡыҙ ҡатнаша. Улар иҫәбендә составына Мәсәғүт лицейы уҡыусылары, педагогия колледжы студенттары ингән эҙәрмәндәр төркөмө Ленинград өлкәһенә юлланды.

Дыуан районы отряды иң ҡаты һуғыштарҙың береһе уҙған Киров районы Воронов ыҙанында эшләйәсәк.
– Йыл һайын яҙ уҙғарылған был экспедицияла беҙҙең төркөм унынсы тапҡыр ҡатнаша. Тыуған илде фашистарҙан азат иткәндә һәләк булып яу яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың мәйет ҡалдыҡтарын табып, уларҙың исемен, яҡындарын, туғандарын асыҡлап, тыуған яҡтарына алып ҡайтып ерләү – беҙҙең төп маҡсат, – ти Дыуан районы "Ровесник" эҙәрмәндәр отряды командиры Михаил Чигвинцев.
“Хәтер вахтаһы” – эҙәрмәндәр экспедицияһын, улар тапҡан яугирҙарҙы ҡайтанан ерләүҙе, Ватанды һаҡ- лаусыларҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе, тантаналы митингтарҙы үҙ эсенә алған саралар комплексы. Эҙләнеү эштәре 9 майға тиклем дауам итәсәк
Читайте нас: