Күптән түгел Өфөлә Конгресс-холл залында Башҡорт Юниор КВН лигаһы юбилей миҙгеленең финал уйыны уҙҙы. Башҡорт Асыҡ КВН лигаһы, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған сарала биш йыл эсендә 10 ҡала, 30 райондан бөтәһе 128 команда, 1500 уйынсы ҡатнашҡан.
Финалда республикабыҙҙың иң яҡшы дүрт командаһы ҡатнашты: Өфө ҡалаһынан “Башҡорттар.RU”, Учалы районынан “Тик ҡыҙҙар”, Ғафури районынан “Һарыҡты кем ашаған” һәм Дыуан районының “Төньяҡ амурҙары”. Уйында уларҙың барыһы ла етди әҙерлек күрһәтте. Һөҙөмтәлә Гран-прины Учалы ҡыҙҙары яуланы. Дыуан районы республика лицей-интернатының “Төньяҡ амурҙары” командаһы почетлы беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе һәм өсөнсө урынды өфөләр һәм ғафурилар бүлеште.
“Төньяҡ амурҙары” командаһы составында Юрис Сәлихов, Гөлсөм Нурыева, Илназ Усманов, Алмаз Шәрәфиев, Илһам Исмәғилев, Фларит Нурыев, Данил Хурамшин, Нурислам Низаев, Айҙар Хәлиев уйнаны. Уларҙы уйынға әҙерләүсе, төп көйәрмәндәре һәм етәкселәре – Розалия Ибраһимова һәм Әлфирә Нуриева. Команда Башҡорт Асыҡ КВН лигаһына, көйәрмәндәренә, һәр ваҡыт ярҙам итеүсе ата-әсәләренә һәм Дыуан районы республика лицей- интернаты директоры Фларис Шакировҡа рәх- мәт белдерә.