Сараны асып ауыл старостаһы Венера Хамматова барыһын да Еңеү байрамы менән ҡотланы һәм обелиск асыу идеяһының инициаторы, финанс ярҙамы күрһәтеүсе һәм ойоштороу эштәрен башҡарыусы Владик Ғариповҡа, төҙөү эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарына ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе. Артабан байрам сараһын Яңы Хәлил ауылы мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары дауам итте (класс етәксеһе Әлфиә Байышева). Балалар фронтта һәм хеҙмәт яланында ҡаһарманлыҡ күрһәткән ата-бабаларына арнап шиғырҙар һөйләне. Сараға йыйылған халыҡ бер минутҡа тын ҡалып, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Зәлифә Байышева башҡарыуында яҡташыбыҙ Рафаэль Сафиндың ”Ҡыр ҡаҙҙары” шиғыры береһен дә битараф ҡалдырманы. Район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, мәғариф ветераны Зәки Байышев, Иҫке Хәлил ауыл клубы мөдире Мәрфүға Шутова, Мәсәғүт ауыл Советы депутаты, мәғариф ветераны Әлфирә Зарипова Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән һуғыш һәм тыл ветерандарына, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереүгә көс һалған ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ауылдың имам-хатибы Булат Азый улы һуғышта һәләк булғандар һәм тыныс тормошта мәрхүм булғандар рухына бағышлап аят уҡыны. Венера Мөхәмәтова, Римма Шараева, Нәсимә Ғатауллина яугир ветерандарға һәм ауыл халҡына арнап йырҙар башҡарҙы. Байрам һуңында барыһы ла Флүзә Мозафина, Зөлфиә Йомағужина, Алһыу Кәримова, Рәфилә Мөхәмәтшина әҙерләгән тәмле һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте, самауыр сәйе менән һыйланды. Сара атай-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы халыҡ хәтерендә һаҡланыуын, бар быуын өсөн дә юғары әхлаҡи йүнәлеш биреүсе ҙур көс булыуын, йәштәрҙең патриотик рухта тәрбиәләнеүен, оло быуын хаҡында даими хәстәрлек күрелеүен тағы бер иҫбатланы. Илебеҙ тыныслығы, килә- сәк быуындың бәхетле тормошо өсөн йәндәрен аямай көрәшкән ауылдаштарҙың исемдәрен мәңгеләштереү изге эш. Обелиск Мәсәғүт ауылында йәшәүсе шәхси эшҡыуар Владик Ғарипов инициативаһы менән төҙөлә. Уның атаһы Минтаһир Харис улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып II, III Дан Ордендары, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Һуғыштан һуң мәктәптә хаҡлы ялға киткәнсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биргән. Яу яланында ятып ҡалған һәм иҫән ҡайтҡан яугирҙар исемлеген Мәрфүғә Шутова әҙерләгән. Артабан Мәсәғүт ауыл Советы, Дыуан районы хәрби комиссариаты, район ветерандар советы һәм башҡа ойошмалар аша исемлекте аныҡлау, мәрмәр ташҡа яҙҙырыу һәм башҡа ойоштороу эштәрен Владик Минтаһир улы үҙ өҫтөнә ала, сөнки күп эштәр финанс сығымдар талап итә. Өс ҡара мәрмәр таштың береһенә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Яңы Хәлил яугирҙары исемлеге, икенсеһендә һуғыштан иҫән ҡай- тып тыныс тормошта мәрхүм булғандар, өсөнсөһөндә Тәндәк ауылы һуғыш ветерандары исемлеге яҙылған. Тыуған илде һаҡларға бәләкәй генә башҡорт ауылынан 33 ирегет китә, шуларҙың 17-һе яу яланында мәңгелеккә ятып ҡала.16-һы яуҙа алған яраларына ҡарамаҫтан, һуғыш ҡалдырған емереклектәрҙе тергеҙеүҙә тырышып хеҙмәт итә. Тәндәк ауылынан 25 кешенән 13-ө иҫән-һау ҡайта. Ил алдында һуғышта һәм хеҙмәттә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн улар орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Фронтовиктарҙың исемдәрен мәңгеләштереү эшенә ауыл халҡы ла әүҙем ҡушыла. Обелискка нигеҙ һалыу, иретеп йәбештереү һәм башҡа эштәрҙә Алис Хамматов, Данис һәм Ралис Әхмәҙиевтар, Илшат Байышев, Адис Мөхәмәтов, Кәримовтар ғаиләһе һәм башҡалар тырышлыҡ күрһәтә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ситтә ҡалмай. Ауыл старостаһы Венера Хамматова Владик Минтаһир улының төп ярҙамсыһы булып халыҡ- тан аҡса йыя, урында эштәрҙе ойоштора, кәрәкле төҙөлөш материалдарын табыуҙы, эш ҡоралдары менән тәьмин итеүҙе, эш барышында килеп сыҡҡан башҡа мәсьәләләрҙе хәл итә. Зөлфиә Йомағужина, Рәфилә Мөхәмәтшина, Флүзә Мозафина, Ләйсән Әхмәҙиева һәм баҡа ауылдаштары менән берлектә обелиск янын таҙартып, түтәлдәр эшләп сәскәләр ултырталар. Дыуан ДРСУ-һы (етәксеһе Валерий Сафонов) ҡырсынташ килтерә һәм техника менән ярҙам итә. Владик Ғариповтың бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән изге эштәре был ғына түгел. Үткән йылда ул Яңы Хәлил ауылы зыяратын кәр- тәләүҙе ойоштора. ”Атайым Минтаһир Харис улы, әсәйем Сәриә Ғәлимйән ҡыҙы һәм башҡа туған-тыумасаларым, ауылдаштарым ерләнгән заяратты мал тапап йөрөүен күреп күңел әрней торғайны. Шуға ла тәү сиратта зыяратты кәртәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым”, – тип үҙ фекере менән уртаҡлаша эшҡыуар. Бының өсөн 350 мең аҡса сарыф ителә. Мәсәғүт ауыл Советы 60 мең бүлә, ауыл халҡынан 40 мең йыйыла, ҡалғанын Владик Минтаһир улы бирә. Зыярат 1200 метр оҙонлоғонда тимер бағаналар, кәртәләр ҡулланып сетка-рабица менән кәртәләп алына, ҡапҡаһы семәрләп эшләнә. Был эштәрҙе ауыл халҡы өмәләр ойоштороп башҡарып сыға. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, ти халыҡ әйтеме. Владик Минтаһир улы халыҡ араһында абруй яулаған уңышлы эшҡыуар. Ошо изге эштәре өсөн ауылдаштары уға ысын күңелдән рәхмәттәрен еткерә һәм иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләй. Ә