Эйлестан
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
11 Май 2018, 15:18

Һуғыш урлаған бала саҡ

Кешелек донъяһы өсөн иң ҙур әфәттә- рҙең береһе – һуғыш. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер быуат ваҡыт үтһә лә, уның ҡанлы шауҡымы әле булһа ла йөрәктәрҙе өшөтә. Ул бит һәр өйҙөң ишеген ҡағып, миллиондарса кешенең ғүмерен ҡыйып, фронтта ла, тылда ла ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән. Һәр кемдең ғаиләһе һуғыш хәтирәләре менән йәшәй.

Балаларҙа Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, ата-бабалар тарихын өйрәтеү маҡсатында Иҫке Мөхәмәт ауылы китапханасыһы башланғыс синыф уҡыусылары өсөн һуғыш осоро балалары менән осрашыу ойошторҙо. Ауылыбыҙҙың ағинәйе, хеҙмәт ветераны Венера Хәйбулла ҡыҙы Иштуғанова ҡунаҡтарҙы шатланып ҡаршыланы, үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
“Һуғыш башланған йылды миңә биш йәш ине. Был саҡтағы хәтһеҙ ваҡиғалар хәтергә һеңеп ҡалған. Атайымды һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа алып киттеләр, бер хаты килгәнен хәтерләмәйем. Тик йылдар үткәс кенә балалар “Хәтер китабы”нан уның 1941 йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында яҙыу тапты. Инәйем ун айлыҡ сабыйын ҡалдырып урман ҡырҡырға йөрөнө. Ололар фронтҡа оҙатыу өсөн үҙҙәренән өҙөп аҙыҡ-түлек әҙер- ләне, мейестә бәрәңге киптерҙе, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләне. Беҙҙең ауылдың тирә-яғында төрлө емеш-еләк ағастары үҫә: муйыл, балан, ҡарағат, сейә, миләш, һыуһар. Беҙ, бала-саға, йәй буйы ҡышҡыға запас әҙерләйбеҙ: көн дә берәр биҙрә емеш тирәбеҙ, өлкәндәр киптерә. Ҡышын сәй итеп эстек, дарыу урынына ҡулландыҡ. Икмәк ашап үҫмәнек беҙ – икмәк булманы. Йыйып алған иген һалдаттарға фронтҡа оҙатылды. Алабута, балтырған, һарына, йыуа – бына ошолар инде беҙҙе үҫтереүсе үләндәр. Һеҙ уларҙың күбеһен ашағанығыҙ ҙа юҡтыр әле. Балтырғанды әле булһа ла йыйып өйрә бешерәм, бала сағымды хәтерләтә гел…”
Әйтергә кәрәк, Венера инәй матур ғүмер кисергән: колхоз эшендә һауынсы булып оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Биш бала тәрбиәләп, өйләндереп, туйҙар уйнап, оло тормошҡа аяҡ баҫтырған, улдарына өй һалыуҙа ярҙамлашҡан. “Тормош иптәшем генә иртә вафат булды, бөгөнгө матур тормошто күрә алманы”, – ти ул. Балаларға иһә ағинәй тырышып уҡыуҙарын теләне.
Г. Сәғитова, китапханасы.
Ҡыйғы районы.
Читайте нас: