Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
18 Май 2018, 13:46

БатырҙарОнотолмай

Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылы мәктәбендә Советтар Союзы геройы Ҡотдос Латиповҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ҡотдос Ҡәниф улы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индерә. 1946 йылдың 15 майындағы СССР Юғары советы Президиумы указы менән хәрби заданиеларҙы намыҫлы үтәп батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүсе гвардия лейтенанты Ҡотдос Латиповҡа Советар Союзы геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ миҙалы тапшырыла.

Таҡтаташ асыу тантанаһында 6-сы класс уҡыусылары ветерандың хәрби биографияһын һөйләне, геро- йҙың наградаларын һанап китте, патриотик йыр йырланы.
Сараға Ҡотдос ағайҙың апаһы Нәсимә Ҡәниф ҡыҙы килгәйне. Ул ойоштороусыларға рәхмәтен әйтеп, туғанының бала сағы тураһында һөйләне. Уның бәләкәйҙән спорт һөйөүен, етеҙ, һиҙгер, ғәҙел һәм тәртипле булыуын билдәләне.
Йыйылғандарҙы сәләмләп район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сығыш яһаны. Ул барыһын да байрам менән ҡотлап, йәш быуынды ветерандарҙы хәтерләргә, ихтирам итергә өндәне. Советтар Союзы геройының тыуыуына 95 йәш тулыу айҡанлы, уның исемен мәңгеләштереү буйынса үткәреләсәк саралар тураһында һөйләне.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова үҙ сығышында ошондай сараларҙың мөһимлеген, Ҡотдос Ҡәниф улы районда берҙән-бер Советтар Союзы геройы булыуын, ветерандар тураһында хәтерҙе һаҡлау һәр кемдең бурысы булыуын билдәләне.
Өфөнөң 92-се коррекцион мәктәп-интернаты директоры Булат Баев мәктәпкә “Яҡташтар – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары” стендын бүләк итте. Яңы Мишәр ауыл Советы башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров барыһын да Еңеү байрамы менән ҡотлағандан һуң, Ҡотдос Латипов аллеяһында ағастар ултыртылды. Сарала ҡатнашыусылар Еңеү һәйкәленә сәскәләр, веноктар һалды.
Халыҡҡа һуғыш йылы бейеүҙәре һәм йырҙарынан торған концерт, сәхнәләштереү күрһәтелде. Һалдаттарҙы дәртләндергән, еңеүгә өмөт уятҡан күңелле һәм ялҡынлы йырҙар ҙа яңғыраны. Артабан барыһы ла вафат булған һалдаттарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Район ветерандар советы рәйесе Юрис Сәфиуллин Ҡотдос Латипов тураһында һөйләп үтте. Уның талапсан, намыҫлы һәм көслө рухлы булыуын билдәләне.
Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған сара Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямай һуғышҡан ветерандарыбыҙ онотолмауын тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Р. Иштуғанова.
Мәсетле районы.
Автор фотоһы
Читайте нас: