Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
18 Май 2018, 13:56

Эҙәрмәндәрҙең изге эше

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 23 апрелдән 10 майға тиклем Дыуан районы Йәштәр үҙәгенең “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды “Хәтер вахтаһы-2018” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Мәсәғүт лицейы уҡыусылары, педагогия колледжы студенттары командирҙары Михаил Чигвинцев етәкселегендә Ленинград өлкәһенең Киров районында уҙған “Воронов” эҙләнеү экспедицияһында ҡаҙыу эштәре алып барҙы.

“Воронов” эҙәрмәндәр экспедицияһы 2014 йылдан башлап үткәрелә. Шул ваҡыттан алып унда ҡатнашырға теләк белдереүселәр һаны 18 кешенән 364-кә тиклем артҡан. Быйыл унда Вологда, Лениноградск, Мәскәү, Киров, Һарытау, Свердловск өлкәләре, Башҡортостан, Сыуашстан, Удмуртия, Алтай республикалары һәм башҡа төбәк вәкилдәре, Германия граждандары ҡатнашты.
Тап ошо биш йыл эсендә яу яландарында батырҙарса һәләк булған 408 Ҡыҙыл Армия һалдаты һәм офицерҙарының ҡалдыҡтары ҡаҙып алынған.14 һалдат миҙалы, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” һәм “Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн” – 2- шәр, “Ленинград оборонаһы өсөн” 7 миҙал табылған, 10 һалдаттың шәхесе асыҡланған. Исемдәре, шәхестәре асыҡланған яугирҙарҙы тапҡан урындарҙа хәтер билдәләре – йондоҙҙар ҡуйыла. Мәҫәлән, 2017 йылда бындай хәтер йондоҙҙары Тула өлкәһенән Илья Иванович Космынин, Һамар өлкәһенән Федор Дмитриевич Петров һәм Рязань өлкәһенән Федор Прокопьевич Самохиндарҙың һәләк булған урындарына ҡуйылған.
8 майҙа Яңы Мулукса хәрби мемориалында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәм экспедиция барышында табылған яугирҙарҙы ерләү сараһы уҙҙы. Унда барлығы 641 һалдат ерләнгән. Шуларҙың 127-һе “Воронов-2018” эҙәрмәндәр экспедицияһы барышында табылған, шул иҫәптән 4-һе Дыуан районы эҙәрмәндәре тарафынан.
Бөгөнгө көндә “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды командиры М. Чигвинцев һәм РФ Дәүләт депутаты И. Бикбаев тарафынан миномет расчеты уҙған урынға хәтер йондоҙо ҡуйған ваҡытта табылған һалдаттың шәхесен асыҡлау өҫтөндә эштәр бара.
Экспедициянан ҡайтып барышлай беҙҙең эҙәрмәндәр поезда уҡ “Георгий таҫмаһы” акцияһын уҙғарҙы. Туҡтаған вокзалдарҙың береһендә Еңеү көнөнә арнап митинг ойошторҙо һәм, әлбиттә, легендар “Катюша” йырын башҡарҙы.
Л. Ғабдуллина.
Дыуан районы.
Фото “Ровесник” эҙәрмәндәр отряды архивынан.
Читайте нас: