Эйлестан
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
25 Май 2018, 11:27

Йәштәр кәңәш ҡорҙо

Ҡыйғы районы хакимиәтенең кәңәшмәләр залында үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ялын ойоштороу темаһына күңәшмә уҙҙы. Сарала район башлығы Шамил Мөхәмәтдинов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәнил Сафин, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре, дин әһелдәре, 35 йәшкә тиклемге эшләүсе йәштәр ҡатнашты.

Хакимиәт башлығы Ш. Мөхәмәтдиновтың сәләмләү сығышынан һуң район мәғариф бүлеге начальнигы И. Һаҙыев һүҙ тотто. Ул үҙенең сығышында үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың ялын ойоштороуҙа мәғариф эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барҙы. “Йәштәрҙең ялын ойошторғанда бары тик күңел асыуҙы ғына күҙ уңында тотмай, уларҙың әхлаҡирухи сифаттарын үҫтереүҙе лә тәүге урынға ҡуйыу мөһим”, – тине ул. Был юҫыҡта спорт өлкәһендә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм комитеты рәйесе Ф. Ҡазыханов һөйләне. Артабан район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса баш белгесе В. Ғәниев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы И. Шәрәфетдинов үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында сығыш яһаны. “Йәштәрҙең үҙебеҙҙең төбәктә генә түгел, ә район, республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы күренеш. Район мәҙәниәт бүлеге ойошторған сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. Бейеү, театр сәнғәте менән ҡыҙыҡһыналар”, – тине И. Шәрәфетдинов.
Күптән түгел Өфөлә уҙған “Смарт-Тау” республика форумында үҙ проекттары менән ҡатнашыусы Алина Ғәлимова һәм Гөлназ Байрамованың сығышы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Ҡыҙҙар үҙҙәренең форумдан алған тәьҫораттары менән бүлеште. “Әгәр ҙә егет һәм ҡыҙҙарҙың районыбыҙҙы алға ебәрерҙәй, ундағы халыҡтың йәшәйешен тағы ла нығыраҡ яҡшыртыу юҫығында уйхыялдары, идеялары бар икән, был турала ҡурҡмайынса әйтергә генә ҡала”, – ти ҡыҙҙар.
Кәңәшмә барышында бик күп мөһим һорауҙар, мәсьәләләр күтәрелде. Осрашыуға йыйылыусылар сығыш яһаусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Л. Ғабдуллина. Дыуан районы.
Читайте нас: