Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
25 Июнь 2018, 16:20

Онотмай халыҡ тарихын

16 июндә Салауат районында халҡыбыҙҙың милли батыры, шағиры Салауат Юлаев тыуған Тәкәй ауылы нигеҙендә ҡоролған таштирмә янында хәтер ташын асыу тантанаһы үтте. Пугачев ихтилалы ваҡытында батша ғәскәрҙәре тарафынан яндырылып көлгә әйләндерелгән һигеҙ ауыл иҫтәлегенә арналған хәтер ташын асыу сараһын республиканың виртуоз ҡурайсыһы Роберт Юлдашев етәкселегендә Өфөнән килгән ҡурайсылар ансамбле башлап ебәрҙе.

Сарала район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова, ”Салауат вариҫтары” ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте вәкиле Динар Хәлитов, БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Рәлиф Әхмәтдинов, РФ Дүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Башҡортостандың атаҡлы сәсәниәһе Розалия Солтангәрәева, шағирә Лариса Абдуллина һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
– Был төбәктә элек 13 ауыл булған. Шуларҙың һигеҙе – Тәкәй, Ысмайыл, Юлай, Яҡуп, Аҙналы, Бикбулат, Ҡасай һәм Мрат ауылдары батшабикә Екатерина II карателдәре тарафынан яндырылған. Борон ата-бабаларыбыҙ йәшәгән ауылдарҙың атамаһын мәңгеләштереү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Һәр ауылға ошондай хәтер таштары ҡуясаҡбыҙ , – тине Марс Фәрәх улы үҙ сығышында һәм был изге эште башҡарып сығыусы Виктор Хәкимовҡа, скульпторҙар Мәүлитбай Хәлилов, Урал Мырҙашевҡа, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәткән “Янғантау” шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашевҡа, Салауат юл-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ришат Сафинға һәм төҙөлөш эштәрендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.
Шағирә Лариса Абдуллина яндырылған ауылдар иҫтәлегенә ижад иткән шиғыры менән сығыш яһаны. Розалия Солтангәрәева ҡобайыр әйтте.
А. Нур.
Салауат районы.
Читайте нас: