Оло Ыҡтамаҡ ауылында үткән осрашыуҙа мәсетлеләр һаулыҡ һаҡлау, пенсия менән тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхит торошо, төҙөкләндереү буйынса һорауҙарҙы күтәрҙе. Ауыл советтары башлыҡтары юлдарҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны. Мәғариф, социаль өлкәләр, торлаҡ-коммуналь, ауыл хужалығы һәм башҡа темалар ҙа ситтә ҡалманы. Сара барышында барлығы 105 мөрәжәғәт итеүсенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарылды, ҡайһы берҙәре киләсәктә хәл итеү өсөн контролгә алынды.
Шул уҡ көндө делегация Оло Ыҡтамаҡ ауылында бер нисә объектта булды. Район үҙәк дауаханыһында икенсе комплекс, Оло Ыҡтамаҡ 1-се лицейында спорт залы, Көньяҡ биҫтәлә балалар баҡсаһы төҙөүэштәре, “Светлячок” балалар баҡсаһы бинаһың реконструкциялау проекты, “Урарту” СПОК-ныда сыр етештереү цехының эшмәкәрлеге менән танышты.
Ҡабул итеү һөҙөмтәләре район активы, район Советы депутаттары, ауыл советтары башлыҡтары, предприятие һәм учреждение, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығындағы киңәйтелгән кәңәшмәлә барланды.
БР Башлығы хөкүмәте етәксеһе урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов халыҡ менән осрашыу яҡшы ойошҡанлыҡ менән үтеүен билдәләне, шулай уҡ райондың демографик хәленә һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә иғтибар бүлергә өндәне.
Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин делегация вәкилдәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, бындай осрашыуҙар халыҡты борсоған проблемаларға иғтибар йүнәлтеү һәм тейешле саралар күреү мөмкинлеген биреүен билдәләне.