Эйлестан
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
28 Июнь 2018, 13:41

Биләндә – башҡорттар йыйыны

23 июндә Балаҡатай районы Билән ауылында “Өфө йылғаһы буйы башҡорттары йыйыны” IV төбәк-ара фольклор байрамы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһынан, Пермь крайынан, Силәбе һәм Свердловск өлкәләренән ғалимдар,тел белгестәре, тарихсылар, дәүләт архивы хеҙмәткәрҙәре, власть органдары вәкилдәре, этно-фольклор төркөмдәр,башҡорт теле һәм тарих уҡытыусылары, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар һәм үҙенең тарихына, мәҙәниәтенә, теленә битараф булмаған милләттәштәребеҙ ҡатнашты.

Йыйын сиктәрендә “Өфө йылғаһы буйы башҡорттары: тарихи рефлексияһы һәм социаль-мәҙәни үҫеше” темаһына ғилми-ғәмәли конференция, тамбурлы сигеү буйынса оҫталар конкурсы, ғаилә-көнкүреш йолалары бәйгеһе, ғөрөф-ғәҙәттәргә арналған практик семинар һәм этнофестиваль үтте.
Ғилми-ғәмәли конференцияны асып, район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миниғәлин райондың социаль-иҡтисади хәле, райондан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр менән таныштырҙы һәм барыһына ла уңыштар теләне. Шулай уҡ сәләмләү һүҙе менән БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев сығыш яһаны. Конференция барышында филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының теология бүлексәһе мөдире Искәндәр Сәйетбатталов – ”Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары теле төрки телдәр системаһында”, тарих фәндәре кандидаты, БР Стратегик тикшереүҙәр институтының социаль мәҙәниәт анализы үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов – ”Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының клан системаһы“, ошо уҡ институттың Граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин – “Шәжәрәне тергеҙеү ысулдары”, Пермь өлкәһенән генетик, тыуған яҡты өйрәнеүсе Альберт Кәримов “Генетика мәғлүмәттәре буйынса төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының килеп сығыуы” темаһына сығыш яһаны.
Конференцияның икенсе өлөшөндә БР Милли архив фондының, Силәбе өлкәһе һәм Красноуфим дәүләт архивтарының, Златоуст ҡала округы һәм Балаҡатай районы архивтарының презентацияһы үтте. Сараны БР Архивтар эше буйынса идаралыҡ начальнигы Илфат Ғәлләмов асты һәм алып барҙы. Силәбе өлкәһе Берләшкән дәүләт архивының төп эшмәкәрлек буйынса директор урынбаҫары Светлана Ардашева,ошо архивтың өлкән фондтар һаҡлаусыһы Елена Кузнецова, БР архив фондының документтарҙы ҡулланыу һәм баҫтырыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллин,тарихсы ғалим, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Ҡотошов үҙ сығыштарында архив эшенең мөһимлеген билдәләне. Күрше өлкә вәкилдәре үҙҙәренең архив фондында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәгән халыҡтар, уларҙың көнкүреше тураһында һаҡланған мәғлүмәттәр менән таныштырҙы һәм киләсәктә тығыҙ бәйләнештә эшләргә саҡырҙы.
Читайте нас: