Эйлестан
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Июль 2018, 12:35

Йәш сәсәндәр конкурсы

Дыуан районы республика лицей-интернаты командаһы "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр һәм сәхнәләштереүселәр республика конкурсында ҡатнашты. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында үткән ижади бәйгелә бөтә республиканан 48 яңғыҙ башҡарыусы һәм 20 фольклор коллективы үҙ оҫталығын һынаны. Конкурс ҡобайыр башҡарыусылар мәктәбен тергеҙеү, йәш сәсәндәрҙең оҫталығын арттырыу, башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.

РЛИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Нуриева етәкселегендә быйыл тәүге тапҡыр Фларит Нуриев, Лариса Шакирова, Вилена Фәссәхова, Айҙар Хәлиев составындағы команда ҡатнашты. Сәхнә сығышы өсөн костюмдарҙы хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Евгения Курбатова теккән. Дыуан районы командаһы фольклорсы, сәсән, шағир яҡташыбыҙ Рәшит Әхтәриҙән яҙылып алынған "Уҙаҡ менән Туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы" эпосын сәхнәләштерҙе һәм уңышлы сығыш яһап "Эпосты пропагандалау" номинацияһында билдәләнде,"Аҡбуҙат" журналының махсус призына лайыҡ булды.
Был эпик әҫәрҙе Рәшит Әхтәров тәүләп Мәсетле районы Ишәле ауылында һуҡыр Мөхәмәҙулла ҡарт менән Ғәйнел ҡарсыҡтан ишетә. Эпос төньяҡ-көнсығыш райондарында ғына таралған, тәүге тапҡыр 1983 йылда “Ағиҙел” журналында донъя күргән.
Конкурс барышында уҡыусылар Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Инсебикәташ ҡаяһына экскурсияға барҙы, көн һайын Бөрйән районы мәктәптәренең концерттарын ҡарап ҡыуанды, “Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагерында ҡунаҡлап, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты. Бөрйән яғының матур тәбиғәт ҡосағында төшкән фотоһүрәттәр үҙе бер иҫтәлек, тарих булып һаҡланасаҡ.
Команда етәксеһе Әлфирә Йәмил ҡыҙы ата-әсәләргә, лицей-интернат директоры Фларис Шакировҡа, водитель Радил Ғәлиасҡаровҡа, бай мәғлүмәт менән ярҙам итеүсе район үҙәк китапханаһы китапханасыһы Найлә Абдуллинаға сикһеҙ рәхмәтен белдерә.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Фото команда архивынан.
Читайте нас: