Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
6 Июль 2018, 11:43

Шау-гөр килде Шиҙәле һәм Әй буйы

Дыуан районында иң боронғо ауылдарҙан һаналған Иҫке Хәлилдә һабантуй үткәрәйек, тигән һүҙ сыҡҡас, ауылыбыҙҙың дәртле халҡы был хәбәрҙе дәррәү күтәреп алды. Тиҙ арала ойоштороу төркөмө булдырылып егәрле еңгәләр һәм сәмле ауыл инәйҙәре, боронғо йоланы тергеҙеп, һәр йорттан бүләктәр йыйҙы. Ауылдаштар ҙур кинәнес менән бүләктәр бирҙе, хәлдәренән килгәнсә ярҙам күрһәтергә теләк белдерҙе. Ир-егеттәр һабантуй яланын әҙерләү эштәренә тотондо, улар янына йәше лә, олоһо ла ярҙамға ашыҡты.

23 июнь көндө сылтырап аҡҡан Шиҙәле йылғаһы иҫке Әйгә ҡойған урын байрам төҫө алды, байрамса кейенгән ауылдаштар һәм ҡунаҡтар һабантуйға ағылды. Дәртле, матур йырҙар яңғыраған яланда усаҡтар яғылды, ҡаҙандар эленде, самауырҙар шыжлап ҡайнаны. Ауылыбыҙ ағинәйҙәре һәм уңған йәш килендәр әҙерләгән аш-һыу, шулай уҡ “Уралтау” АХП ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре бешергән тәмле бутҡа, Зиннуровтар һәм Хәмиҙуллиндар ғаиләһенең былауы менән теләгән бар халыҡ һыйланды.
Саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ – район хакимиәте башлығы ауылдашыбыҙ Фаил Мөхәмәҙиев, уның урынбаҫары Альберт Кинйәбулатов, ауылдашыбыҙ шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы сая башҡорт ҡыҙы Зөлфиә Ханнанова, “Уралтау” йәмғиәтенең генераль директоры Таһир Зарипов һәм шулай уҡ ауыл советы депутаты Әлфирә Зарипова йыйылған халыҡты сәхнәнән ялҡынлы матур һүҙҙәр менән сәләмләне.
Шағирәбеҙ Зөлфиә Миндебай ҡыҙы (һүрәттә һулда) үҙенең шиғырҙарын уҡып, бар халыҡты ҡыуандырҙы, ауыл клубына һәм китапханаһына яңы сыҡҡан “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ…” исемле китабын бүләк итте. Ләйсән Әхмәҙиева һәм Рина Шутова уның шиғырҙарын уҡыны. Ут күршеләребеҙ Яңы Хәлил ауылы ағинәйҙәре, баянсы Данис Әхмәҙиев һәм әсәле-ҡыҙлы Әхмәҙиевалар үҙ сығыштары менән ҡыуандырҙы. “Әбйәлил ҡыҙҙары” бейеүе менән Йәсминә Ибраһимова сәхнәне биҙәне. Таһир Ғафар улы ауылдаштарына ҙур бүләк яһаны – Нефтекама филармонияһы артистары матур концерт алып килде.
Милли көрәш, бағанаға үрмәләү, көршәк ватыу, тоҡ кейеп йүгереү, ауыш бағанаға менеү, көйәнтәләп һыу килтереү, өсаяҡ ярышы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып уҙышыу, ҡатыҡтан йөҙөк эҙләү кеүек күңелле ярыштарҙа ололар һәм кеселәр сәм ҡатыш шаярыу менән геү килеп уйнаны. Хужин Ғилметдин ағай үҙенең традицион ҡул көрәштереү ярышын уҙғарҙы һәм бағымсылыҡ күрһәтте. 1-се урынға ҡиммәтле ҡармаҡ сыбығы һәм үҙенең быуаһында бер көн балыҡ ҡармаҡлау өсөн рөхсәт бирҙе.
Һабантуйҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ауыл мәктәбе коллективына, шулай уҡ табын әҙерләүгә тос өлөш индереүсе ауылдаштарыбыҙ Мөғәфә Әхмәҙиеваға, Нияз Заһитовҡа, Сәриә Мөхәмәтйәноваға һәм уйындарға ҙур бүләктәрен тапшырыусы Владик Хәлиловҡа, Владик Ғариповҡа, Гөлнара Дәүләтоваға, Галина Ғиндулла ҡыҙына, Сәриә Ғәбдрәшит ҡыҙына, һабантуйҙың һыйлы табынына тәмле күстәнәстәрен килтереүсе ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дәртләнеп йүгереп-йүгереп ярҙам иткән үҫмер егеттәребеҙгә лә ҙур рәхмәт.
Күңелдәрҙе рәхәтләндереп, йөрәктәрҙе ҡөҙрәтләндереп, йәнгә йылы биреп һабантуйыбыҙ уҙып китте. Уйнаныҡ, йырланыҡ, күңел астыҡ, һыйландыҡ, рәхәтләнеп ял иттек.
Мәрфуға Шутова, Юлиә Мөхәмәтйәнова.
Дыуан районы
Читайте нас: