Эйлестан
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
6 Июль 2018, 11:40

Студенттар бушлай туҡланасаҡ

Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе студенттар бушлай туҡланыуға иҫәп тота ала. Республиканың “Мәғариф тураһында”ғы законына тейешле төҙөтмәләрҙе БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары ҡабул итте. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов документҡа ҡул ҡуйҙы.

Льгота йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе бюджет бүлегендә уҡыған уҡыусыларға ҡағыла. Бындай студенттарҙы бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү тәртибен Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй.
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова һүҙҙәренсә, урта махсус белем биреү йорттары уҡыусылары араһында ғаиләләренең табышы түбән булған балалар күп, шуға бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү улар өсөн айырыуса көнүҙәк. Шуның менән бәйле студенттар өсөн социаль шарттарҙы яҡшыртыу эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға һәм абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә.
Читайте нас: