Эйлестан
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10 Июль 2018, 18:04

Халыҡ ижады бөртөкләп йыйыла

Күптән түгел М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары фольклор йыйыу буйынса практика сиктәрендә Дыуан, Мәсетле, Салауат райондарында булып китте. Студенттар халыҡ хәтерендә һаҡланған таҡмаҡ, ер-һыу атамаларының килеп сығышына бәйле легенда, риүәйәттәрҙе, дини йолаларҙы яҙып алды, төньяҡ-көнсығыш төбәге халҡының йәшәйешен, этнографияһын, милли кейем өлгөләрен фотоға төшөрҙө, оло быуын вәкилдәре менән аралашты.

Йәш фольклорсыларҙы БДПУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, тыумышы менән Дыуан районы Мәрйәмғол ауылынан булған яҡташыбыҙ Ғәлимә Ғәлина, башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Айтуған Ҡоланчин, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Гөлсинә Килмәкова оҙатып йөрөнө. Фольклор экспедицияһында өс төркөмдә барлығы 28 беренсе курс студенты ҡатнашты.
Оло быуын вәкилдәре менән әңгәмә барышында Мәрйәмғолдан Рәҡиә Нурғәлина тыйыуҙар, ғаилә тәрбиәһе тураһында һөйләне, Хәкимә Әхмәтова бихисап таҡмаҡтар әйтте, Фирүзә Кәбирова, Жәннә Нурғәлина, Ынйы Әхәтова, Флорида Шәйехова урындағы халыҡтың “Һарт башҡорттары” булыуы, ауыл атамаларының килеп сығышы тураһында һөйләне, риүәйәттәр әйтте, Мәрйәмғол ауылы халҡының ни өсөн “ҡара ҡойроҡ” тип аталыуы серҙәре менән бүлеште. Белгестәр әйтеүенсә, урындағы халыҡ биргән бар мәғлүмәт Ә. Әсфәндиәровтың, Р. Кузеевтың китабында теркәлгән мәғлүмәттәр менән тап килә. Арый ауылында Гөлнара Мөфлихунова дини тәрбиә, дин тарихы тураһында һөйләне. Студенттарға дини йолалар, ағинәйҙәр ойошмаһы эшмәкәрлеге, төбәк халҡының йәшәйеше һәм этнографияһы тураһында бәйән итте, урындағы халыҡҡа хас милли кейемдәр менән таныштырҙы. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләгән Йәмил Нурыев совет осоро, мәктәп тарихы менән таныштырҙы. Зөлҡәрнәй һәм Лида Рәхимовтар оҙон көй йырлап ишеттерҙе.
“ Былтыр Һарытау өлкәһенә барғайныҡ, унда халыҡ бөтөнләй икенсе. Беҙҙең яҡ халҡы ихласлығы, ҡунаҡсыллығы менән арбай. Ҡайҙа барһаҡ та йылы ҡаршы алдылар, рәхмәт яҡташтарыма”,- тип йылмая Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы.
Салауат районында фольклор йыйыусы төркөм Арҡауылда Рәми Ғарипов музейында, Малаяҙҙа Салауат Юлаев музейында булды. Мәсетле ауылының башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Ниғәмәтова уларға ауыл ағинәйҙәре менән осрашыу ойоштороп, мәғлүмәт туплауҙа ярҙамлашты.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында ислам мәҙәниәте буйынса белгестәр әҙерләү проекты эшләп килә. Ислам тарихы менән бер рәттән ғәрәп телен яҡшы белгән белгестәр дини ойошмаларҙа эшләйәсәк. Практикала студенттар боронғо яҙмалы китаптарҙы, ауылдарҙың дини тарихын һәм бөгөнгөһөн өйрәнә. Был юлы студенттар Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле һәм Йыланыш ауылдарында булды. Йыланыш ауылында бығаса осратмаған дини китап менән танышһа, Дыуан-Мәсетлелә лә бихисап файҙалы китаптарҙы табып фотоға төшөрөп, мәғлүмәт теркәй. Дыуан районы Әбдрәшит ауылы зыяратында ҡәберҙәргә урынлаштырылған таштарҙағы боронғо яҙмаларҙы ҡараны. Зыяратта ниндәй әүлиә ерләнеүе, ташта нимә яҙылыуы әбдрәшиттәрҙе күптән борсой ине. Белгестәр уларға яңы мәғлүмәт биреп ҡыуандырҙы. Баҡтиһәң, ул таҡтаташта ауылға нигеҙ һалыусы Әбдрәшиттең улы Ғөбәйҙулла ерләнгән тип яҙылған. Шулай уҡ уның 1809 йылда ерләнеүе, 8-се башҡорт кантоны начальнигы булыуы теркәлгән. Артабан төркөм Мәрйәмғол, Арый ауылдарының дини тарихын, мәсеттәр тарихын тикшерҙе.
-Беҙ үҙебеҙ менән һүҙлектәр, ғалимдарҙың хеҙмәттәренең электрон варианттарын алғанбыҙ. Улар менән сағыштырғанда, тарихта бындай кеше булыуы, нәҡ ошо йылда үлеүе теркәлгән. Тимәк был асыу, үҙе бер яңылыҡ. Ҡәберлек янында “Остаз да мулла” тип яҙылған таш та бар. 1825 йылда ерләнгән кеше бәлки шул ауыл халҡы эҙләгән мулла, әүлиә булыуы ла ихтимал, - тип ҡыуанысы менән бүлеште ғәрәп теле уҡытыусыһы Айтуған Ҡоланчин.
Фольклор экспедицияһы ижади мираҫыбыҙ өлгөләрен туплау мөмкинлеген бирә, бер ҡайҙа ла донъя күрмәгән мөнәжәттәр, таҡмаҡтар, ер-һыу атамалары, легенда һәм риүәйәттәр табыла. Студенттар һәм уларҙың етәкселәре ата-бабаларыбыҙҙан ҡалып, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән тере мираҫты һаҡлап ҡала алыуҙарына ҡыуана. Йыйылған мәғлүмәттәр педагогия университетында эшләп килгән Ә. Сөләймәнов исемендәге Евразия халыҡтары фольклоры һәм этнографияһы лабораторияһында эшкәртелеп, улар буйынса китап йәки брошюра донъя күрәсәк.
Р. Иштуғанова.
Дыуан районы.
Автор фотоһы
Читайте нас: