Аҙна буйы 40 студент район тәбиғәтен: тауҙарҙы, мәмерйәләрҙе, йылға -күлдәрҙе, ағастарҙы, үҫемлектәрҙе, райондың экологик торошон өйрәнә. Шулай уҡ ташландыҡ баҫыуҙарҙы тикшереп, уларҙы тергеҙеү буйынса кәңәштәр туплай. Сөнки йылдан-йыл тәбиғәттә төрлө үҙгәрештәр булып тора. Тикшереүҙәр тамамланғас эш һөҙөмтәләрен һәм үҙҙәренең тәҡдимдәрен район хакимиәтенә, ”Янғантау” геопаркы етәкселегенә еткерәсәк. Был ике яҡ өсөн дә отошло, студенттар алған белемдәрен практикала ҡулланһа, район етәкселеге тәбиғәт торошо тураһында өҫтәлмә мәғлүмәт аласаҡ.